ЙӘМҒИӘТ
20 Июль , 07:11

Ағинәйгә - 90 йәш

Таштуғай ауылында йәшәүсе Хәмисә Юныс ҡыҙы Собханғолова 90 йәшен билдәләне.

Ағинәйгә - 90 йәшАғинәйгә - 90 йәш
Ағинәйгә - 90 йәш

Таштуғай ауылында йәшәүсе Хәмисә Юныс ҡыҙы Собханғолова 90 йәшен билдәләне.

 

1936 йылда Матрай районы Байғужа ауылында тыуған юбиляр. Атаһы Юныс Аллабирҙе улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Бәләкәй Хәмисә тыуған ауылында, һуңынан Һабыр һәм Юлдыбай мәктәптарендә уҡый. Буй еткергәс, 1955 йылда Таштуғай ауылына водитель булып эшләүсе Рәүеф Дауыт улы Собханғоловҡа кейәүгә сыға һәм "Таштуғай" колхозында эш башлай. Тормош иптәше 1958 йылдан алып 1985 йылға тиклем бүлексә идарасыһы булып эшләй. Донъяға бер-бер артлы дүрт балалары тыуа. Хәмисә Юныс ҡыҙы төрлө эштарҙә эшләй. Һуңғы 12 йыл Хеҙмәт ветераны булып хаҡля ялға сыҡҡанға тиклем ауыл халҡынан һөт-май йыйып тапшырыусы булып эшләй. Барлыҡ балаларына ла лайыҡлы тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Тормош иптәше Рәүеф Дауыт улы 1999 йылда вафат була. Хәмисә Юныс ҡыҙы тормош мәшәҡәттарена ҡарамай тырышып, үҙ-аллы донъя көтә, уның оло ҡыуанысы булып дүрт ейән -ейәнсәре һәм һигеҙ бүлә-бүләсәре үҫә.
Олпат юбилейы менән тәбрикшләп, Хәмисә Юныс ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Балаларының хөрмәтенә төрөнөп, тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын!

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас