ЙӘМҒИӘТ
14 Июля , 10:53

Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙамы буйынса махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡ йорттарын яраҡлаштырыу дауам итә.

Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙыларМахсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар

Бөгөн Бүребай ауылында йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Руслан Бикбовтың йортона төтөн, һыу, газ, яҡтылыҡ датчиктары менән «Аҡыллы йорт» системаһы ҡуйылды. Шулай уҡ компьютер өҫтәле, компьютер ҡоролдо, робот-пылесос башҡа мөһим кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылды.

Смартфонлы һәм электр приборҙары менән идара итеү өсөн  колонкалы «Аҡыллы йорт» махсус хәрби операция ветеранының тормошон еңеләйтәсәк, уның ярҙамында  ул көнкүреш бурыстарын тиҙерәк үтәй аласаҡ.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан бындай кәрәкле яйланмалар, йыһаздар һәм «Аҡыллы йорт» системаһы ветерандарға бушлай тапшырыла. Был махсус хәрби операцияла яраланып, һаулығына хилафлыҡ килгән  һәр яугирҙың тормошон еңеләйтеүгә, уларҙың тулы хоҡуҡлы тормош алып барыуына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән мөһим эш булып тора.

— Беҙҙең турала хәстәрлек күреп, ярҙам итеп торғандары өсөн барыһына ла ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырып, тормошобоҙҙо еңеләйтеү, заманса технологиялар, уңайлы кейемдәр  – былар барыһы ла беҙҙең өсөн  бик мөһим. Үҙебеҙҙе кәрәкле итеп тойоу күңел күтәренкелеге өҫтәй, йәшәүгә дәрт уята, – тип рәхмәт һүҙҙәрен  еткерҙе Руслан Бикбов.

Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Махсус хәрби операция ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
Автор:Лира Такалова
Читайте нас