

Бөгөн Ишембай районының Верхотор һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылдары гөрләп тора. Бында бөтә республиканан халыҡ ағыла. Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Баҡыр” тау заводы цивилизацияһы фестивале үтә. Байрамды элекке баҡыр иретеү заводтарының ике майҙансығында ойошторҙолар.
Был яҡта элегерәк булып киткән кеше әлеге майҙансыҡтарҙы танымаясаҡ. Уралдың XVIII - XIX быуаттарҙа эшләгән ике эре сәнәғәт предприятиеһы биләмәләре федераль ярҙам йәлеп итеп төҙөкләндерелгән. Бер-береһенән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан был ике майҙансыҡ төбәктең сәнәғәт мираҫы менән танышырға теләгән туристарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнгән.
Фестивалде асыу тантанаһы Верхотор ауылында үтте. Был райондар ғына түгел, тотош республика туризмы үҫеше өсөн мөһим сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул үҙ сығышында тыуған яҡ тарихына иғтибарлы ҡараштың һәм төрлө яҡлап тикшеренеү эшенең мөһимлеген билдәләне.
– Башҡортостан тарихы – әлегә тиклем уҡылмаған китап. Беҙ республиканы матур тәбиғәт, этник, нефть һәм газ химияһы менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта тап бында, Көньяҡ Уралда, Рәсәй империяһының ҡеүәтле металлургия үҙәге формалашҡанын оноторға ярамай. 300 йыл самаһы элек, 1745 йылда, беренсе баҡыр Воскресенск заводында иретелә. Төбәк биләмәһендә ошондай предприятиелар күп булған – Верхотор, Тирлән, Преображенск, Балговещенск, Әүжән, Ҡағы заводтары эшләгән, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маҡсат – халыҡ үҙенең бәләкәй ватанын белһен һәм яратһын өсөн Башҡортостандың ғәжәйеп тарихын күрһәтеү.
Радий Фәрит улы Ишембай районының идара итеү командаһына “Верхотор – заман театры” проектын ғәмәлгә ашырғаны өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ сәнәғәт мираҫын һаҡлау буйынса артабанғы эш пландары хаҡында һөйләне.
– Рус география йәмғиәте менән берлектә Белорет районында элекке Тирлән заводы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эш башларға ҡарар иттек, – тине ул.
Байрамға Рәсәй Дәүләт Думаһының Туризм һәм туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаев та килде. Ул сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
– Башҡортостанға тәүгә килмәйем, уның тарихы һәм мәҙәниәте тураһында күп нәмә белдем. Ә хәҙер үҙем өсөн яңы йүнәлеш – сәнәғәт туризмын астым. Бөгөн беҙ булған урын бөтә ил өсөн өлгө булырға тейеш, – тип билдәләне депутат. – Өҫтәүенә был майҙансыҡта ижади индустрияны, һөнәрселек эшен, башҡа йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлек бар.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Башҡортостан Башлығына тарихи әһәмиәткә эйә булған йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– “Баҡыр” тау заводы цивилизацияһы фестивале йыл һайын уҙғарылған сараға әйләнер һәм күберәк ҡунаҡтарҙы йәлеп итер тип ышанабыҙ. Ошондай саралар арҡаһында баҡыр иретеү заводтарыбыҙҙың үҙенсәлекле тарихы йәнләнә, – тине Азат Ишемғолов.
Байрамды асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы абруйлы ҡунаҡтар менән бергә Верхотор ауылында фестивалдең тематик майҙансыҡтары менән танышты. Ә ҡарарлыҡ ҡыҙыҡлы нәмәләр бында бик күп ине.
Мәҫәлән, етәксе Бөрөнән оҫта Фәрит Ғарифуллиндың тимерлегенә барҙы. Ул тарихи технология буйынса төрлө продукция етештерә. Радий Хәбиров бында йылҡы дағаһы яһаны.
Йәмәғәт киңлегенең визит үҙәгендә Башҡортостан биләмәһендә табылған һәм тау сәнәғәте менән бәйле уникаль археологик табылдыҡтар тәҡдим ителде. Атап әйткәндә, Учалы районында бронза быуатында баҡыр сығарылған артефакт табылған. Бынан тыш, экспозицияға Преображенск, Благовещен, Тирлән һәм башҡа заводтарҙа етештерелгән изделиелар индерелә. Визит үҙәкте артабан да яңы экспонаттар менән тулыландырырға кәрәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Фестиваль ҡунаҡтары менән бергә Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан мозаика буйынса рәссам Луиза Байғужина һәм арт-куратор Артур Рәхмәтов етәкселегендә күләмле арт-объект төҙөүҙә ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы формаға боронғо баҡыр шлагы киҫәген – Верхотор заводы етештергән өҫтәмә ҡалдыҡты һалды. Яңы объект йәмәғәт киңлеген биҙәүҙең бер өлөшө буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-07-11/t-ge-festival-u-yshly-buldy-4748594