

Бәхетле, берҙәм ғаиләлә өс бала лайыҡлы тәрбиә алып, буй еткергән. Лебедевтар барлыҡ йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, ауылдаштарына өлгө күрһәтәләр. Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.