ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 06:39

Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә

Аҡъярҙан Шамил һәм Алһыу Ишемғоловтар  - ауылдың ихтирамлы ғаиләләренең береһе.

Татыу ғаилә - бәхетле ғаиләТатыу ғаилә - бәхетле ғаилә
Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә

Бер-береһен хөрмәтләп йәшәүҙәре, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре яғымлы күҙ ҡараштарынан һиҙелеп тора. Улар өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер улар 14 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан ҡартатайы һәм өләсәйе булып, татыу ғүмер кисерәләр.

Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас