

Мусиндар - ғаилә берҙәмлеген, һөйөү хисен һаҡлап, бер-береһенә булған мөхәббәттәре менән яҡындарын йылытып, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Уңған ғаилә дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Мусиндар ғаиләһе бер-береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәүҙең күркәм өлгөһө ул. Уларға ныҡлы һаулыҡ, парлы, оҙон ғүмер юлы һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.