ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 04:32

Ғүмергә бергә-бергә

Иҫәнгилде ауылында ғүмер итеүсе Мөхтәр һәм Рима Шәриповтарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл.

Ғүмергә бергә-бергәҒүмергә бергә-бергә
Ғүмергә бергә-бергә

Һөйөүҙә һәм бәхетле оҙон ғүмер кисергән пар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо уята. Ғаилә ҡиммәттәренә тоғро ҡалып, татыулыҡта-хөрмәттә йәшәгән Шәриповтар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда  «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнделәр. Төрлө ерҙә намыҫлы хеҙмәт юлы үткән Шәриповтар абруйлы хеҙмәт ветерандары. Татыу ғаилә алты балаға ғүмер биреп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Йәшлек сырайын юғалтмаған Рима Ғибәт ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Тормош һынауҙарына бирешмәй, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Уларҙың ғүмере - йәш быуынға лайыҡлы үрнәк. Шәриповтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, парлы, оҙон ғүмер юлы һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас