ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 06:21

Матур ғаилә – ил ҡото

Тыуған ерем тип йән атып йәшәгән кешеләр була. Иләс ауылынан Рәхмәтовтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан.

Матур ғаилә – ил ҡотоМатур ғаилә – ил ҡото
Матур ғаилә – ил ҡото

Иләс ауылында оҙаҡ йылдар бергә, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәүсе Салауат һәм Фатима Рәхмәтовтар илһөйәр рухлы ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Азамат Сибай ҡалаһында төпләнгән, кесе улдары Заһир ил мәнфәғәтен яҡлап 2023 йылдан алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Батыр рухлы егет имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын, күркәм ғаиләнең донъялары һәр саҡ түңәрәк булһын!

Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас