

Тыуып үҫкән ерендә ерегеп, ауыл ҡотон һаҡлап, тырышып донъя көткән парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Саф мөхәббәттә, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәгән пар һөйкөмлө булыуҙары менән айырылып торалар. Ауылдың йәме булған Иҫәнгилдиндар ғаиләһе өс бала ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Изге күңелле ғаилә барлыҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам даими оҙаталар. Уларға ныҡлы һаулыҡ, парлы оҙон ғүмер юлы һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.