ЙӘМҒИӘТ
10 Июль , 06:47

Ишле ғаиләләр - ауыл ҡото

Аҡъяр ауылында матур ғүмер итеүсе Анатолий һәм Татьяна Хәкимовтар өсөн иң ҡиммәтле бүләк – балалар бәхете. 

Ишле ғаиләләр - ауыл ҡотоИшле ғаиләләр - ауыл ҡото
Ишле ғаиләләр - ауыл ҡото

Бер-береһенә терәк-таяныс булып, «Авто-плюс» магазинында намыҫлы хеҙмәт иткән матур пар биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Татьяна Алексеевна «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Хәкимовтар, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, дәртләнеп, матур итеп донъя көтә. Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас