

Ике уңған бергә тура килгәнгә донъялары етеш, ҡотло. Олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, ауылдаштары араһында ихтирам яулағандар. Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.