

Эшһөйәр, берҙәм ғаиләлә өс бала тәрбиәләнеп үҫкән. Ауылдаштары араһында ихтирам яулаған ғаилә, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп кенә йәшәйҙәр. Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.