

Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Торопҡоловтар биш балаға ғүмер биреп, йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары итеп тәрбиәләгәндәр. Етеш тормошта йәшәгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ғаилә ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған шәхестәр. Күркәм ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, парлы, оҙон ғүмер юлы һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.