ЙӘМҒИӘТ
10 Июля , 07:03

Ауылдарыбыҙ матур уңған ғаиләләр менән

Һамар ауылынан Хәлим һәм Рәсимә Иҙрисовтар  өлгөлө, уңған һәм татыу ғаиләләрҙең береһе.

Ауылдарыбыҙ матур уңған ғаиләләр менәнАуылдарыбыҙ матур уңған ғаиләләр менән
Ауылдарыбыҙ матур уңған ғаиләләр менән

Хәлим һәм Рәсимә Иҙрисовтар  татыу, етеш тормош ҡороп,  оҙаҡ йылдар бергә лайыҡлы ғүмер кисергән һәм матур балалар тәрбиәләгән ғаиләлә. Уларҙың ғаиләһендә берҙәмлек, сабырлыҡ һәм мөхәббәт өҫтөнлөк итә. Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас