

Күркәм пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Әлбәковтар бер-береһенә ҡарата йылы, ихлас хис-тойғоларҙы һаҡлап ҡалған күркәм пар. Ике бала тәрбиәләп, тормош юлына баҫтырғандар. Матур ғаиләнең ҡотло өйҙәренән ейән-ейәнсәрҙәр тауышы өҙөлмәй. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдарының яҡты, оҙон ғүмерле һәм имен булыуын теләйбеҙ.