ЙӘМҒИӘТ
8 Июля , 09:24

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә

Бөгөн район хакимиәтенең ҙур залында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда алтын туйҙарын билдәләгән парҙар, райондың йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнәҒаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә

Район хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев матур парҙарҙы  сәләмләп, изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Илмир Мәжит улы 50 йыл бергә ғаилә ҡиммәттәренә тоғро ҡалып, татыу ғүмер кисергән, алты бала тәрбиәләп үҫтергән Сиҙәм ауылынан Мөхтәр һәм Рима Шәриповтарҙы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләне. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеп, яҡшы тәрбиәле балалар үҫтергән, тыуған төйәк мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт иткән күркәм парҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

          Сараны Дилбәр Кәлимуллина башҡарыуында «Бикләп ҡуй», Рифат Күскилдин һәм Милә Боҫҡонова башҡарыуҙарында «Аҡ ҡар булып» йырҙары биҙәне.

Райондың бәҫен арттырған, илде күтәрерҙәй аҡыллы балалар тәрбиәләгән ғаилә парҙарына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ.

 

Сара тураһында тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә уҡығыҙ.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә
Автор:Лира Такалова
Читайте нас