ЙӘМҒИӘТ
5 Июля , 11:17

Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?

Синоптиктар фаразы бер ҙә ҡыуандырмай. 

Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?
Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?

Башҡортостанға ысын йәй килә: аҙна башында уҡ эҫелек +32 градусҡа етәсәк. Синоптиктар ентекле фараз баҫтырып сығарҙы.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июлдең тәүге декадаһында уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан бер юлы 1-2 градусҡа артырға мөмкин. Көндөҙ һауа +30,+32 градусҡаса йылынасаҡ, ә төндәр +17,+19 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ.

Әммә “Гисметео” порталы иҫкәртә: эҫелек оҙаҡҡа бармай. Айҙың икенсе декадаһында республикала +23,+25 градусҡаса һалҡынайта. Шул уҡ ваҡытта йәнә ямғырҙар көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас