

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе июль, август һәм сентябрь айҙарында ниндәй һауа торошо ктә? Синоптиктар алдағы өс айға фараздар менән таныштырҙы.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июлдә Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә, ә яуым-төшөм күләме ғәҙәти (50-70 мм) буласаҡ. Айҙың тәүге көндәрендә республикала йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал, көндөҙгө температура +20,+25 градус тәшкил итәсәк. Икенсе декаданан һауа +27 градусҡа тиклем йылына, аяҙ һәм ҡояшлы була.
Августа ла, Росгидромет фаразына ярашлы, һауа торошо ҡыуандырасаҡ. Һауа температураһы климат нормаһынан юғарыраҡ йәки уның тирәһендә буласаҡ. Ә бына ямғырҙар ғәҙәттәгенән күберәк яуыуы көтөлә, айырыуса республиканың төньяғында һәм көнсығышында.
Сентябрь температура фоны буйынса нормаға яҡын йәки норманан бер аҙ юғарыраҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был айҙа яуым-төшөмдөң уртаса күрһәткестәрҙән кәмерәк булыуы фаразлана (норма 35-55 мм), айырыуса көньяҡта, тип вәғәҙә итә метеорологтар.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.