ЙӘМҒИӘТ
30 Июня , 10:57

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәктәр

Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ кистә артистар Әлиә менән Рәшит Төхвәтуллиндар, шулай уҡ Назгөл Отузова сығыш яһаясаҡ.

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәктәрБөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәктәр
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәктәр

Изге Троицк кафедраль соборы һәм изге Петр менән Феврония һәйкәле эргәһендә меңләгән ғаилә йыйыласаҡ. Быйыл байрам Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары билдәһе менән үтәсәк.

Сара кискә тиклем барасаҡ. Ҡунаҡтарҙы күргәҙмәләр зонаһы, һөнәрмәндәр йәрминкәһе, гастрономия фестивале, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтар, “Һәр ваҡытҡа мода” карнавалы ойоштороласаҡ. Теләге булғандарҙың барыһы ла яугирҙәребеҙгә терәк булыр һүҙҙәрҙе яҙа ала.

Ошондағы уҡ майҙанда йәштәрҙең никахҡа инеү тантанаһы буласаҡ һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәреләсәк. Лайыҡлы ғаиләләргә дәүләт наградадары тапшырыласаҡ.

Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ кистә артистар Әлиә менән Рәшит Төхвәтуллиндар, шулай уҡ Назгөл Отузова сығыш яһаясаҡ.

Автор: Галина Тряскина.

Сығанаҡ, фото: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-06-22/v-birske-masshtabno-otmetyat-den-semi-lyubvi-i-vernosti-4727036

 

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас