

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика властарының АЗС-тарға яғыулыҡ ташыуҙы арттырыуы һәм бөтә профилле предприятиеларҙың көсөргәнешле эшләүе тураһында хәбәр итте.
«Макроиҡтисади сәбәптәр ҙә, субъектив сәбәптәр ҙә бар. Ләкин АЗС-тарҙа беҙ быны (ҡытлыҡ – ред. иҫкәрмәһе) тоймайбыҙ. Бында логистика менән дә һорауҙар күп. Яғыулыҡ ҡойоу станциялары структураһы бик «сыбар», беҙҙә ике йөҙҙән ашыу «Башнефть» автозаправкалау станциялары эшләй, шәхси АЗС-тар ҙа бар. «Башнефть» АЗС-тары булмаған райондар бар, барыһы ла шәхси эшҡыуарҙарға таяна. Ә уларҙың күләме бәләкәй һәм яғыулыҡ һатып алыу мөмкинлеге булмау сәбәпле, тотош райондар бензинһыҙ ҡала, быға юл ҡуйырға ярамай. Бындай минуттарҙа хөкүмәт тулы көскә эшләргә тейеш. Кемдер канистрҙар менән һатып алалар тип кешеләрҙе тәнҡитләргә, барыһын да уларға йөкмәтергә тырыша – ысынында был улай түгел. Төп бурыс – логистиканы яйға һалыу. Канистрҙар менән бәйле проблема бар, ләкин ул хәл иткес әһәмиәткә эйә түгел. Беҙ ҡарар ҡабул иттек һәм уны үтәүҙе талап итәм — беҙ яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйҙыҡ. Ажиотажды ла кәметергә кәрәк, ул да ныҡ ҡамасаулай. Нефть эшкәртеү заводтарынан яғыулыҡ ебәреүҙе 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ, шуға күрә ығы-зығы баҫылыр тип өмөтләнәбеҙ.
Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың ҡала һәм район башлыҡтарына яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйыу тураһында күрһәтмәнең һәм АЗС-тарҙа индерелгән нормаларҙың үтәлешен күҙәтеп барырға ҡушты.
Сығанаҡ: Башинформ