ЙӘМҒИӘТ
28 Июнь , 05:18

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Йәштәр көнө менән ҡотланы

27 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторолған “Йәштәр көнө -2026” фестивалендә ҡатнашты. Байрамда мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәш белгестәр, ирекмәндәр һәм ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Йәштәр көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан халҡын Йәштәр көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Йәштәр көнө менән ҡотланы

27 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторолған “Йәштәр көнө -2026” фестивалендә ҡатнашты. Байрамда мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәш белгестәр, ирекмәндәр һәм ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе мәғарифҡа, фәнгә, ирекмәнлеккә, патриотик тәрбиәгә, ижадҡа һәм спортҡа арналған тематик майҙансыҡтарҙа булды. Радий Хәбиров урам музыканттарының һәм бейеүселәрҙең сығыштарын ҡараны, киберспортсылар менән аралашты, спорт зоналарына, шул иҫәптән баскетбол зонаһына барҙы, унда тупҡа автограф ҡалдырҙы һәм уйынсыларҙың береһенә символик рәүештә туп ырғытты. Радий Хәбиров спорт берләшмәһе вәкилдәре менән Өфөлә Бокс прогресы үҙәген төҙөүҙе тикшерҙе. Яңы объект күнекмәләр һәм ярыштар үткәреү өсөн заманса база буласаҡ.

Студент отрядтары стенды янында Башҡортостан Башлығы уларҙың хеҙмәт шарттары, эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Шуны билдәләп үтәйек: студент отрядтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм эш өсөн түләү мәсьәләләре республика етәксеһенең айырым контролендә. Ә “Өфө станицаһы” казак йәмғиәте майҙансығында Радий Хәбиров күрһәтмә сығыштарҙы ҡараны һәм казак вәкилдәре менән аралашты.

***

Фестивалдең үҙәк майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе байрам менән ҡотланы, уның республика үҫешендәге мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Һеҙгә ихтирам, рәхмәт һәм ғорурлыҡ һүҙҙәрен еткерергә рөхсәт итегеҙ. Беҙҙең йәштәребеҙ - иң яҡшыһы, тип иҫәпләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең нисек уҡыуығыҙҙы, эшләүегеҙҙе, ирекмәнлек менән шөғөлләнеүегеҙҙе күрәбеҙ. Ә күптәрегеҙ ҡулдарына ҡорал тотоп Ватаныбыҙҙы һаҡлай, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда йәштәрҙе гармониялы үҫтереү өсөн социаль инфраструктураны әүҙем үҫтерәләр, тип өҫтәне төбәк башлығы.

- Республикала һеҙгә йәшәүе яҡшы һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Спорт һәм белем биреү объекттары төҙөйбөҙ, парктарҙы төҙөкләндерәбеҙ, ижади киңлектәр булдырабыҙ. Ә ошо байрам майҙансығы эргәһендә Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы төҙөйбөҙ, унда һеҙ үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе аса алаһығыҙ. Йәштәр көнө менән! – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас