ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь , 04:58

Башҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

-

Башҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылғанБашҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған
Башҡортостанда ирле-ҡатынлының үҙ балаларына миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

Башҡортостан суд приставтарының Калинин районы бүлеге үҙ балаларына алимент буйынса бурысы йыйылған Алмаз менән Гөлсәсәк Г.-ны эҙләй. Уларҙың ике бәләкәй балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы бар.

Мәғлүм булыуынса, ир менән ҡатын Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшенеп йөрөй, рәсми рәүештә эшләмәй. Бурыслылар суд приставтары хеҙмәте менән бәйләнешкә сыҡмауы, оҙаҡ ваҡыт йәшенеүе сәбәпле, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы ирле-ҡатынлыға эҙләү иғлан иткән.

Был кешеләрҙе күреүселәр булһа, 8 (347) 273-56-40 йәки 8-927-319-71-40 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2026-06-24/bash-ortostanda-irle-atynlyny-balalaryna-million-umdan-ashyu-burysy-yyyyl-an-4657642 

ФОТО: БАШҠОРТОСТАН БУЙЫНСА ФЕДЕРАЛЬ СУД ПРИСТАВТАРЫ ХЕҘМӘТЕ | МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТЕ

Автор:
Читайте нас