

Был мәсьәләне хәл итеү юлы республикала йәшәүсе һәр кешенең — кеҫәһендә. «Башинформ» агентлығы пилот хәүефе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ваҡытында белеү һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре менән еңел генә бәйләнешкә сығыу өсөн ҡулланма әҙерләне.
Башҡортостан халҡы һәм республика ҡунаҡтары «112 — Ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары менән файҙаланырға. Шулай уҡ интернет сикләнгән ваҡытта ла эшләгән профилле министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың МАХ-тағы рәсми каналдары ла файҙалы булыр.
«Бының өсөн QR-кодты сканерлау ҙа етә, ҡушымта асыла, ул хәүеф иғлан ителгәндә һеҙҙе тиҙ арала иҫкәртә. Ғөмүмән, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөтә ашығыс мәғлүмәттәре менән дә танышырға мөмкин буласаҡ», — тип кәңәш иткәйне быға тиклем республика халҡына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«112 — Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы шулай уҡ ракета һәм пилотһыҙ хәүеф тураһында йә уны бөтөрөү хаҡында push-белдереүҙәр ебәрә. Тағы ла сервис ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда кешенең исем-шәрифен һәм телефон номерын ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә автоматик рәүештә ебәрә ала (ҡушымтаны күсереп алғанда шәхси мәғлүмәттәрҙе теркәү ҙә етә). Әгәр телефон хужаһы аҙашһа, ҡушымта шулай уҡ автоматик рәүештә һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе асыҡлай. Был ҡотҡарыусыларға тиҙерәк ярҙамға килергә мөмкинлек бирәсәк. Белгестәр хәлде шунда уҡ баһалай алһын өсөн ваҡиға урынынан төшөрөлгән кадрҙарҙы беркетергә мөмкин. Тағы ла яҡындарҙың телефон һандарын яҙырға кәңәш ителә.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» ҡушымтаһының төп үҙенсәлеге шунда, ул кешегә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта ни эшләргә, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтә. Программаға ҡуйылған МАХ ҡушымтаһының һанлы ярҙамсыһы барлыҡ һорауҙарға яуап бирәсәк, ә махсус бүлектә хәүефһеҙлек буйынса белемдәрҙе тикшерергә мөмкин.
Граждандарға шулай уҡ белдереүҙәр традицион смс-хәбәрҙәр аша таратыла. Был ысул күптәр өсөн ғәҙәти кеүек тойолһа ла, күп осраҡта махсус ҡушымталар аша хәбәрҙәр халыҡҡа тиҙерәк барып етә. Был мөмкинлектәрҙең барыһына ла эйә булыу өсөн смартфондарҙың AppStore, GooglePlay йәки Rustore кеүек рәсми онлайн магазиндарында «112 — ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» ҡушымталарын телефонға күсереп алыу ғына кәрәк. Икенсе ысул — махсус QR-кодты сканерларға һәм республиканың рәсми ресурстарында баҫылған мәғлүмәттәрҙе ҡарап барырға мөмкин.
ИВАН ВАВИЛОВ