ЙӘМҒИӘТ
19 Июня , 05:28

Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша

Халҡыбыҙҙың быуаттан быуатҡа күсеп килгән шөғөлдәре, ҡул эштәре бер ҡасан да бәҫен юғалтмай, заман заңына тап килеп, оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙҙың  күңел йылыһы, күҙ нурҙары аша яңыса һулыш ала. Һүҙем, күҙҙең яуын алып торған әйберҙәр тыуҙырған оҫтабикә – Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүсе Тәнзилә Күскилдина (Сурина) хаҡында.

Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамашаТәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша

Бала саҡтан ҡул эштәренә әүәҫ булған Тәнзилә Вәлитдин ҡыҙы – һәр саҡ эҙләнеү, камиллашыу юлында. Уның оҫта ҡулдары тыуҙырған матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша, ябай ауыл ҡатынының йәшәйеше күңелде һоҡландыра. Башҡорт халҡының милли рухын һаҡлаған ҡорама, балаҫ, кейеҙ кеүек эштәрен ҡарайым да кеше яҙмышы ла бит ошондай сағыу биҙәктәрҙән, төрлө төҫтәрҙән торған ептәр һымаҡ алмашынып, бәхетле һәм хәсрәтле миҙгелдәрҙән үрелеп бара тигән һығымтаға киләм. Әңгәмәсемдең дә  бәйән иткән ғүмер миҙгелдәре ана шул балаҫ төҫтәренә оҡшағандай берсә бәхетле лә, берсә йырып сыға алмаҫтай тойолған һынаулы ла.  

Тәнзилә Вәлитдин ҡыҙы иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле Вәзәм ауылында Вәлитдин һәм Сафура Суриндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Абруйлы, ғилемле һәм тәрән тамырлы Суриндар нәҫеленән сығыуы тураһында ғорурланып һөйләй ул. Ата-бабаларының бай тарихлы тамырҙарын өйрәнеп, шәжәрә төҙөү өҫтөндә ҙур эш алып бара.

  • Башланғыс кластарҙа уҡыған ваҡытымда урман хужалығында эшләгән атайым әсәйемә ҡул теген машинкаһы алып бирҙе. Эй шуға ҡыҙығам, өйҙәгеләр эштә булған арала йәшенеп кенә машинкала тегенергә өйрәнеп алдым. 19 май пионерҙар көнө билдәләнә, йыл да Һаҡмар буйына төшөп костер яғабыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Бишенселә уҡығанда класс еткәсебеҙ Сәғиҙә Ирназарова аҡ һәм ҡыҙыл тауарҙар алып килде лә, ошо материалдарҙан бөтәгеҙгә лә бер иштән пилоткалар тегеп алырға кәрәк, кемегеҙ тегә белә, тип һораны. Мин ҡулымды күтәрҙем. Өс көн буйы бер тормаҫтан 20-нән ашыу уҡыусыға пилоткалар тектем, ул ваҡытта балалыҡ менән аңлап та бөтмәгәнмен һәр кемдең баш формаһы бер иш булмағанын шуға күрә ҡайһыларына ҙурыраҡ булһа ла күптәренә тамам булған бик матур, йәтеш кенә пилоткалар килеп сыҡты. Иң беренсе теккән әйберем шул булды,  - тип хәтирәләргә бирелә Тәнзилә Вәлитдин ҡыҙы.

         Теген серҙәренә төшөнөп алған ҡыҙ, магазиндан алған кейемдәрҙе лә һүтеп, үҙенсә үҙгәртеп ала. Тегеү, бесеү ысулдарына үҙаллы өйрәнә, күңеленә ятҡан алымдарҙы таба. Әбеш урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙ юғары уҡыу йортонда уҡырға хыяллана, әммә олоғайған ҡәртәсәһен ҡалдырып китергә йөрьәт итмәй һәм ауыл хужалығының төрлө тармағында эшләй.

Материалды тулыһынса гәзиттең 24-се һанында уҡығыҙ.

Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Тәнзиләнең ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша
Автор:Лира Такалова
Читайте нас