ЙӘМҒИӘТ
19 Июня , 05:45

90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк

Таштуғай ауылының иң оло ағинәйҙәренең береһе Хәмисә Собханғолова йәйҙең иң матур, йәмле июль айында үҙенең олпат 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмер көҙөндә ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы һәм мәғәнәһе бар ул. Наҙлы, хәстәрлекле ҡарашлы, әсә менән бала араһындағы йылы мөнәсәбәттең нурына ҡойоноп ултырған сағымда һәр кемгә лә ошо бәхетте татырға насип булһын ине тип теләйһең. Үҙ йәшенә күрә теремек, теүәл зиһенле Хәмисә Юныс ҡыҙы хәҙерге көндә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерә. Ҡәһәрле һуғыштың һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтә ауырлығын һәм мохтажлығын үҙ иңендә татыған, хеҙмәт менән сынығып үҫкән оло быуын вәкиле ул.

90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк
90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк

Ғүмер көҙөндә ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы һәм мәғәнәһе бар ул. Наҙлы, хәстәрлекле ҡарашлы, әсә менән бала араһындағы йылы мөнәсәбәттең нурына ҡойоноп ултырған сағымда һәр кемгә лә ошо бәхетте татырға насип булһын ине тип теләйһең. Үҙ йәшенә күрә теремек, теүәл зиһенле Хәмисә Юныс ҡыҙы хәҙерге көндә яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерә. Ҡәһәрле һуғыштың һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтә ауырлығын һәм мохтажлығын үҙ иңендә татыған, хеҙмәт менән сынығып үҫкән оло быуын вәкиле ул.

Мәҡәләм геройы 1936 йылда Йылайыр (Матрай) районы Байғужа ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас атаһы Юныс Аллабирҙе улы Байғужин тәүгеләр рәтендә фронтҡа алына һәм Тыуған ил өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була. Ауыл хужалығы эшенән бушамаған әсәһенә бар хәленсә ярҙам итеп, үҙенән һуң донъяға килгән һеңлеһен һәм ҡустыһын ҡараша. «Һуғыш бөткәс, әсәйем фронтовик Фәттәх Садыҡ улы Игебаевҡа кейәүгә сыҡты. Беҙҙе үҙ балаһылай яҡын күргән, изге күңелле һәм кешелекле үгәй атай ҡулында буй еткерҙек. Юлдыбай ауылында 10-сы класта уҡып йөрөгән сағымда, әсәйем ҡаты ауырып китеү сәбәпле ауылға ҡайтырға тура килде. Фермаға эшкә төшөп, тәүге хеҙмәт йылдарым башланды. Ә һеңлем менән ҡустым уҡыуҙарын дауам итеп, икеһе лә юғары белем алды, яратҡан һөнәрҙәре буйынса матур итеп эшләнеләр», – тип үткәндәрҙе иҫкә ала ағинәй.

Яҙмышы Хәмисә Юныс ҡыҙын Таштуғай ауылына алып килә — ул 1955 йылда Собханғоловтар ғаиләһенә килен булып төшә. Тормош иптәше Рәүеф Дауыт улы менән матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. 1957 йылда «Таштуғай» колхозы бөтөрөлөп «Таналыҡ» совхозына ҡушылғас оҫта ойоштороу һәләте, уңғанлыҡ, яуаплылыҡ, теүәллек яратыу сифаттары менән айырылып торған, колхозда 10 йылдан ашыу шофер булып эшләгән Рәүеф Собханғоловты «Таналыҡ» совхозының Таштуғай бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләйҙәр. Өфө ҡалаһында урта звено етәкселәр курсында белемен камиллаштыра, 1971 йылда ситтән тороп Сибай ҡалаһында ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Булдыҡлы, эшһөйәр уҙаман 27 йыл бүлексә менән уңышлы идара итә. Артабан һаулығы ҡаҡшау сәбәпле Дондағы Ростов ҡалаһында инженер-гидротехник һөнәренә курс үтеп, «Таналыҡ» совхозында ошо өлкәлә эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Эшкә тилбер Хәмисә Юныс ҡыҙы тәүҙә совхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй.

  • Тормошта кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Ҡайҙа ғына бил бөкмә, тырышып эшләргә кәрәк. Хаҡлы ялға сыҡҡансы йәй көндәре ауыл халҡынан һөт, ҡыш айҙарында май йыйып совхозға тапшырҙым. Халыҡ та егәрле булды, норманы арттырып үтәй торғайныҡ. Хеҙмәттән ҡыуаныс табып, гел хәрәкәттә йәшәнек, – ти әңгәмәсем.

 

Материалды тулыһынса гәзиттең 24-се һанында уҡығыҙ.

90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк
90 йәш – лайыҡлы тормош өсөн бүләк
Автор:Лира Такалова
Читайте нас