ЙӘМҒИӘТ
17 Июня , 11:03

Бүләктәр үҙ эйәһен тапты

2026 йылдың икенсе ярты йыллығында үткәрелгән дөйөм отош уйынында ҡатнашыусылар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде.

Бүләктәр үҙ эйәһен таптыБүләктәр үҙ эйәһен тапты
Бүләктәр үҙ эйәһен тапты

2026 йылдың икенсе ярты йыллығында үткәрелгән дөйөм отош уйынында ҡатнашыусылар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Даланлы гәзит уҡыусыбыҙ  Аҡъюл ауылынан Фируза Ишемғолова  бүләк отто.

-Район гәзитен алдырмай ҡалғаным юҡ. Төрлө район яңылыҡтары менән танышып барам. Таныштарҙы гәзит битендә күреп ҡыуанам. Үҙем почтальон булып эшләгәс, башҡаларҙы ла матбуғатҡа яҙҙырам. Беҙҙең Аҡъюл ауыл биләмәһендә халыҡ  “Хәйбулла хәбәрҙәре”нә әүҙем яҙыла. Квитанцияларын отош уйынына алып килеп тапшырам. Бүләк отһалар, улар өсөн ҡыуанам. Киләсәктә лә гәзитебеҙ йәшәһен, уны алдырыусылар күп булһын, -- тине Фируза Салауат ҡыҙы.

‼Ташламалы хаҡҡа яҙылып өлгөрөгөҙ!

 

📆2026 йылдың 8 июненән 19 июнгә тиклем 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә редакция аша ташламалы акция иғлан ителә.
►редакциянан үҙ аллы килеп алыусылар өсөн 6 айға – 804 һум;
►өйгә илтеп ҡуйыу (Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Татыр-Үҙәк, Федоровка ауылдары) 6 айға – 924 һум.

 

🎁Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә йәки фотоға төшөрөп Бәйләнештә селтәре аша ебәрергә кәрәк. Бынан тыш «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!
☎Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-62.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас