ЙӘМҒИӘТ
15 Июня , 06:37

Ҡыҙ оҙатыу йолаһы

Әбеш ауылында ысын мәғәнәһендә халыҡ йолаһы буйынса ҡыҙ оҙатыу йолаһы үтте.

Ҡыҙ оҙатыу йолаһыҠыҙ оҙатыу йолаһы
Ҡыҙ оҙатыу йолаһы

"Оло Әбеш ауылында матур ваҡиға- ике йәш йөрәк -Әбеш һылыуы Илзиә һәм Аҡъяр егете Ғәлинур табышып, ҡауышып, йәш ғаилә барлыҡҡа килде. «Йәнтөйәк» фольклор төркөмө ағинәйҙәре менән йәштәргә изге теләктәр теләп, халҡыбыҙҙың матур йолаһы- «Ҡыҙ оҙатыу» йолаһын күрһәтеп, Илзиәбеҙҙе килен булып төшкән еренә бөтә ауыл менән оҙатып ҡалдыҡ. Пар аҡҡоштай ғына матур парға тигеҙ, бәхетле ғүмер насип булһын, Илзиә төшкән еренә таштай, ҡомдай батһын!", - тип хәбәр итә әбештәр.

 

Сығанаҡ: Оло Әбеш мәҙәниәт йорто

Автор:
Читайте нас