ЙӘМҒИӘТ
11 Июня , 04:23

Эҫе һәм ямғырһыҙ!

Июндең икенсе яртыһында һәм июлдә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Эҫе һәм ямғырһыҙ!Эҫе һәм ямғырһыҙ!
Эҫе һәм ямғырһыҙ!

Әгәр йәйҙең тәүге айының башы ямғырлы булһа, бер аҙнанан һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе +33 градусҡа тиклем эҫелек көтә. Синоптиктар июндең икенсе яртыһына һәм июль айына фараздары менән уртаҡлашты.

Сипоптиктар мәғлүмәте буйынса, 18-20 июндә төбәккә аномаль эҫе килә. Көндөҙ термометр бағанаһы +33 градус билдәһенә етәсәк. Шул уҡ ваҡытта төндә температура +23 градустан түбән төшмәй — был беҙҙең климат өсөн бик һирәк осраған “тропик” режим.

Бындай температура климат нормаһынан 7-10 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд быны атмосфера процестарын үҙгәртеп ҡороу һәм Эль-Ниньо йоғонтоһо менән бәйләй.

Июль айы ла ғәжәпләндерә. Эҫелек оҙаҡҡа киләсәк. Айҙың тәүге яртыһы тотороҡло эҫе була: көндөҙ +29, +31 градус булыуы көтөлә, яуым-төшөм ҙур дефицитҡа әйләнәсәк. Росгидромет фаразы буйынса уртаса айлыҡ температура +17, +21 градус сиктәрендә көтөлһә лә, ҡайһы бер көндәрҙә һауа күпкә көслөрәк йылынасаҡ.

Дөйөм алғанда, июнь башындағы оҙайлы ямғырҙарҙан һуң, тәбиғәт Башҡортостан халҡына ысын бүләк әҙерләй — оҙайлы ҡоро һәм йәйге эҫе һауа торошо июль аҙағына тиклем дауам итә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас