Эх, үтте тормош... Һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Дауахананың ишек алдында, ауырыған балалар өсөн эшләнгән майҙансыҡта, әсәйҙәрҙең ҡарамағы аҫтында, шау-гөр килеп, балалар уйнай. Бына, исмаһам, ғәмһеҙ ваҡыт, ҡайтһаң ине шул осорға, рәхәтләнеп уйнап, бер нимә тураһында ла уйланмай, йәшәһәң, ҡалай шәп булыр ине, тип уйланы һәм икенсе яҡҡа күҙ һалды, бында инде өлкәндәр-яңғыҙ ятыусылар. Берәүҙәре, тартырға ярамағанын белһәләр ҙә, йәшереп, тәмәке көйрәтә, икенселәре ширлектә ултырып гәп һата. Ике йыл эшләһә лә бында, өйрәнә алмай Мансур. Хатта ҡайһы бер таныштарын күреп, оялып, икенсе яҡҡа китергә ашыға. Таныһалар, көлөрҙәр һымаҡ. Ә нимә эшләһен инде ул?
Алтмышы тулһа ла хаҡлы ялға сығарырға ашыҡманы, ә өс йыл үткәс инде үҙе эштән сығырға ғариза яҙырға булды. Гел түрә эшендә йөрөп, нервылары ҡаҡшағас, йөрәк тә үҙен йыш ҡына борсой башлағас, шундай ҡарарға килде. Хаҡлы ялға сыҡҡанда оло табын ҡороп, күп кенә ҙур вазифа биләгән кешеләрҙе саҡырып, һыйланы, ә улары инде Мансурҙы маҡтанылар ҙа маҡтанылар, һуңынан матур һүҙҙәр менән оҙаттылар. Бергә эшләгән Дамир Хәйрулла улы хатта: “Берәй нимә кәрәк булһа, мотлаҡ рәүештә мөрәжәғәт ит, ер аҫтынан табып бирәм һиңә, һин мине беләһең...” - тип күкрәген һуға-һуға хәбәрен һөйләп китте. Ҡалғандары ла ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булыуҙары тураһында әйттеләр. Дуҫтарым күп, берәй нимә кәрәк булһа, ярҙам итерҙәр әле, тип тынысландырҙы үҙен Мансур.
Ваҡыт үтә торҙо, түрәлектә йыйылған аҡса оҙаҡҡа етмәне, яҡшы йәшәп өйрәнгәс, сығымдар күп булды, ә килгән аҡса аҙ булыу сәбәпле кәритәнең төбөнә тиҙ төшөп ултырҙы ғаилә. Ҡатыны магазиндарҙа арзан аҙыҡ-түлек һайлап өйрәнде. Ләкин уныһы етмәһә, ҡатыны ауырып, дауахана юлын тапаны, ниндәй генә табиптарҙың тупһаһына юлы төшмәне, ләкин бер нимә лә ярҙам итмәне.
Өсөн, етеһен уҡытҡан арала туғандары уны яңғыҙ ҡалдырырға тырышманы. Ләкин һәр кешенең үҙ донъяһы, мәшәҡәттәре. Бер аҙна үтеүгә фатир буш ҡалды. Бына шунда Мансур яңғыҙлыҡтың нимә икәнен аңланы. Буш фатир, әҙерләнмәгән аш-һыу... Ҡайғыға батып, ҡатыны менән үткән тормошон иҫләне, йыш ҡына уның фото рәссамын һыйпай-һыйпай һөйләшеп ултырҙы. Йәшәгән, эшләгән ваҡыттарын иҫкә төшөрҙө, ләкин берәү менән дә, күҙгә-күҙ ҡарашып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға кешеһе юҡ ине. Бына ҡырҡы ла сыҡты. Ошоға тиклем анда-бында булһа ла, хәл белергә, балалары, күршеләре, туғандары инеп сыға ине, хәҙер бөтөнләй яңғыҙлыҡ. Телевизор ғына иптәш. Бигерәк тә яңылыҡтарҙы тыңланы, насар хәбәр ишетһә, хужаларҙы әрләне, яҡшыһын ишетеп, маҡтаны. “Ә мин шуның урынында булһам, нимә эшләр инем?”- тип үҙенә йыш ҡына һорау бирҙе. Ләкин ул унда түгел, ә буш бүлмәлә телевизор төбөндә диван ҡараулап ултыра ине. Өҫтәлдә йыуылмаған ҡашаяҡтар, табала ҡыҙҙырылған йомортҡа ҡалдыҡтары, шыптырҙа икмәк, хатта тәрилкәгә лә һалмаған бит уны. Ә нимәгә һалырға һауытҡа, былай ҙа бара, барыбер берәү инеп тә сыҡмай бында, тип үҙен аҡланы. Яй ғына булһа ла көндән көн үтеп торҙо.
Ҡайҙа бараһың, үлгән артынан үлеп булмай бит инде, тип үҙен ҡулға алырға тырышты. Йә сейле-бешле, йә көйҙөрөп тамаҡ бешерергә өйрәнде. Почтаға барып, оҙаҡ ҡына сиратта тороп, түләү эштәрен башҡарҙы. Беренсе тапҡыр түләгәндә, Миңлегөлөнөң әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Мин был донъянан китеп барһам, нисек йәшәрһең инде? Өй буйынса бер нимә лә эшләй белмәйһең”. Ләкин нимә эшләйһең инде... Күпмелер ваҡыт квитанцияларға ҡарап, аптырап торҙо, нисек тултырырға, ҡайҙа, нимә яҙырға, ярар сиратта тороусылар бик яҡшы кешеләр булып сыҡты, бөтә нимәне күрһәтеп, ярҙам иттеләр. Ә бына ҡайҙа яңылыҡтың күплеге. Хужалар ошонда тороп, үҙҙәре тураһында күп кенә “яҡшы” хәбәр ишетерҙәр ине. Ә мин һуң, мин... Түләгәндән һуң, ярты пенсияһын ҡалдырғанын аңланы. Бына нисек ябай кеше йәшәй икән, тип уйланы ул беренсе тапҡыр. Был ғына пенсияға нисек йәшәргә, Миңлегөлөм аҡсаны нисек еткерҙе икән, тигән һорау уның башына беренсе тапҡыр килде. Ул бит бер тапҡыр ҙа аҡса булмағанына һуҡранманы. Ни өсөн ошоға тиклем бер ҙә түләү эштәрен башҡармағанмын? Бәлки, күп кенә әйбергә икенсе төрлөрәк ҡарар инем, ябай халыҡ менән аралашырға кәрәк бит, эх, һуң аңланым мин быны. Магазиндарға инеп: “Бының сама аҙыҡ араһында үҙемә кәрәклеген ҡайҙан табырға?” - тип аптырап ҡарап торҙо кәштәләргә. Һуңынан уныһына ла өйрәнеп китте. Элек ҡиммәтле ризыҡтар ашап өйрәнһә лә хәҙер арзаныраҡтарын эҙләне, күп кенә аҙыҡтан аҡса етмәгәнде һиҙеп, баш тартты. Ләкин, нисек кенә тырышмаһын, барыбер пенсия алыуға бер аҙна ҡалыуға, янсығында бер нисә һум аҡса ғына ҡалғанын күрҙе. Аҙаҡҡы аҙнаны өйөндә нимә бар, шуны ғына ашарға тура килде. Шул ваҡытта бер пенсияға йәшәй алмаясағына төшөндө. Өйҙә дүрт мөйөштө текләп ултырғансы, тип эш эҙләргә кәрәк тигән ҡарарға килде.
Эш тигәнең тиҙ генә килеп сығамы һуң. Оҙаҡ эҙләргә тура килде уға. Берәй еңелерәк эш булмаҫмы, тип “дуҫтарына” барҙы, ләкин береһе лә уға яраған эш тәҡдим итмәне, ә түрә булғанда ярҙам итәбеҙ тигән дуҫтар: “Эш урынында юҡ”, - тип сәркәтиптәренән әйттерҙе. Эх, элек үҙем дә шулай булдым бит! Бына донъя алмаш килә тигәндәре ошолор инде, тип үҙенә үҙе һуҡранды ул. Ә нисек типтереп йәшәне ваҡытында! Дүртенсе курста уҡыған сағында бик матур ҡыҙҙы осратты. Ярты йылдан йәштәр ҡауышты. Институттың аҙаҡҡы курсында уҡығанда уҡ уны, йәш кешене, төрлө сараларға саҡырып, әҙерләй башланылар. Ҡайһы ваҡытта: ә ни өсөн мин һуң, башҡа йәш белгестәр юҡмы ни, тигән һорау бирҙе үҙенә, ләкин быға яуап таба алманы. Бик тиҙ карьера баҫҡысынан күтәрелде, партия ҡайҙа ебәрҙе, ул шунда беренсе рәттәрҙә булды. Кешене туплап, эшләтә белде. Хужалар шуның өсөн уны яратты һәм иң ауыр эш барған ергә ебәрҙе. Мансур ең һыҙғанып, эшкә тотондо. Ҡайҙа барһалар, ҡатыны менән балаларына тағы яңы ергә өйрәнергә, яңы кешеләр менән танышыуҙан башҡа сара ҡалманы. Өйрәнеп, ҡаралтыларҙы рәтләп, йәшәй башлаһа ғына Мансур шаҡ ҡатырып: “Яңы ергә күсерәләр”, - тип 3-4 йылға бер хәбәр итеп кенә торҙо. Һөйләшеүҙәр, талашыуҙар бер нимәгә лә килтермәгәс, ҡатыны, балалары менән йыйған мөлкәтен төйөнсөкләп, тағы юлға сығыуҙан сара ҡалманы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Миңлегөлөн аңлай башланы ул, ә эш менән ҡатынына кәрәкле иғтибар ҙа бүлмәгән икән. Нисек түҙҙе икән ул мине?.. Килгән хужаларҙы һыйлау, командировкалар, көнө-төнө ҡайтмай эшләү. Нисек инде ул – нашальник ҡайта, унһыҙ эш бармаясаҡ бит. Ә хәҙер эш тә юҡ, щүрт тә юҡ, берәүгә кәрәге лә юҡ!!! Элек шулай булыр икәнлеген белһәм, балаларыма, ҡатыныма күберәк ваҡыт бүлер инем. Юҡ шул, үтте лә китте был тормош тигәндәре. Малайҙарын өйләндереп, башлы-күҙле итте, инде һәр береһенең үҙ донъяһы, ғаиләһе. Әсәләре теге донъяға киткәс, бөтөнләй алыҫлашты улар, бындай ваҡытта, исмаһам, әсәләренең хәлен белешеп китәләр ине. Ә хәҙер мин уларға нимәгә? Нимә эшләһәм дә үҙ көнөмдө үҙем күрәм инде.
Көндәр, аҙналар үтә торҙо, эш үҙ яйы менән барҙы. Элекке таныштарынан да оялмай башланы. Улар әллә ҡайҙан күреп ҡалып, хәлен һорашты, ярҙам итәбеҙ, тип вәғәҙә бирҙе, ләкин береһе лә уны башҡа борсоманы. Шундай хәлгә өйрәнеп китте. Үҙ эше менән булышып тик йөрөнө.
Ә ҡайһылай күңелле йәшәне улар йәш саҡта! Күсеп барған ерҙәрҙә яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Берәүҙәре уртаҡ һуғым һуйышты, икенселәре мунсанан ҡалдырманы, өсөнсөләре утын рәтләште. Һәр береһен иҫләй башлаһаң... Эх, иҫләргә генә ҡалды...
«Нишләп бөгөн мин үткәндәргә бирелдем әле. Ҡуй, минең эшемде кем эшләһен. Дауаханалағы бер йыйыштырыусы (санитарка) кран тамсылай тигәйне бит, шуны барып йүнәтәйем әле», – тип яйлап урынан ҡуҙғалды.
Икенсе нимә тураһында уйларға тырышып, дауахананың лифтына инеп барғанда ҡаршыһына бер мөләйем ҡатын осраны. “Ҡайһылай Миңлегөлөмә оҡшаған, әллә бөгөн күп иҫкә алғанға шулай күренде микән”, - тип кәрәкле бүлмәгә инеп китте.
Бер көнө эштән ҡайтҡандан һуң, оҙаҡ үҙенә урын таба алмай йөрөнө Мансур: иртәгә Миңлегөлөмдөң йылы. Бына ваҡыт тигәнең тиҙ генә үтә лә китә. Ике йыл да үтеп киткән. Эштән һуң мәсеткә барып, аят уҡытырға кәрәк.
Иртәнсәк алдан әҙерләп ҡуйылған хәйерлектәрҙе алып, эшкә сыҡты. Эш урыны алыҫ булмаһа ла яйлап атлай алманы, нишләптер бөгөн йөрәге күкрәгенә һыйманы. Ҡапыл алда барған ҡатындың пакетының тотҡаһы өҙөлөп, бар әйберҙәре ергә төштө. Ярҙам итергә ашығып, эргәһенә сүкәйеп ултырҙы, ҡатындың йөҙөн күреп, шаҡ ҡатты. Хатта: “Был бит минең Миңлегөлөм!”, - тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Ҡатын Мансурҙың аптырап ҡарағанын һиҙеп, төшкән әйберҙәрен тиҙ-тиҙ йыйып, китеү яғын ҡараны. Мансур, аңына килгәндә, ҡатынға бер нимә менән ярҙам итмәгәнен, бер һүҙ ҙә ҡуша алмағанын аңлап: “Ҡалай минең мәрхүм ҡатыныма оҡшаған, эх, эшенә ашығалыр”, - тип үҙен йыуатты.
Көнө буйы эш менән булышып, ултырырға ла ваҡыты булманы уның. Бер мәшәҡәт артынан икенсеһе сығып торҙо. Эш ваҡыты бөтөүгә ҡарап, кейемен алмаштырып, лифт яғына ыңғайланы. Лифттың ишеге асылғанда тағы шул ҡатынды күрҙе. Үҙенең ҡаушағанын күрһәтмәҫкә тырышып, ҡатынға ҡарай етди аҙым яһарға тырышты. Ҡатын: “Ә иртәнге ярҙамсым”,-тип йылмайҙы. Улар еңел генә аралашып, беренсе ҡатҡа еткәндәрен дә һиҙмәне Мансур. Дауахананан бергә сыҡты улар, бер яҡҡа атларға икәнлеген белеп, ярты юлға еткәнсе эш тураһында һөйләштеләр. Шәфҡәт туташы икән, иптәше мәрхүм булып ҡалғас, икенсе ҡаланан Өфөгә күсеп килгән.
Мансур мәсет яғына боролорға йөрөгәндә: “Туҡтағыҙ әле, беҙ бит танышманыҡ та, мин Мансур, ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?”.
Мансур нимә әйтергә белмәй, һүҙһеҙ ҡалды.
Шул арала ҡатын һаубулашып, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ә ир кеше уны, күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо.
Дини йортҡа ингәс, мулланың бушағанын көтөп ултырырға тура килде. Оло йәштә булһа ла ошоға тиклем мәсеткә юлы төшмәне, совет заманында Аллаһҡа ышанманы, ярамай ҙа ине, ә хәҙер шул аят бағышларға ғына килде. Кеше күп булмаһа ла һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл. Өлкән инәйҙәр тәспих тарта, ирҙәр мулланың янында ял көнө үткәреләсәк дини байрам тураһында кәңәшләшә, ә йәшерәк ҡатындар табынға нимә әҙерләргә икәнен ҡайғырталар ине. Уларҙың ихлас һөйләшеүе уны арбап алды. Бер-ике кеше ситтә генә шым ултыра, бәлки был донъяның ваҡытлыса ғына икәнен уйлайҙыр. Быны күҙәтеүе уға нисектер сәйер тойолдо.
Кешеләр яйлап тарала башланы. Мансур мулланың эргәһенә барып, үҙенең ни өсөн килгәнен әйтте, мәрхүм ҡатынына аят бағышлап уҡытты һәм күңелен тынысландырып, мәсеттән сыҡты.
Өйгә ҡайтып барғанда ниндәйҙер еңеллек тойҙо, ҡайтҡас ашарға әҙерләне, телевизор ҡарап, яйлап, тамаҡ туйҙырҙы ла тынысланып, йоҡларға ятты. Тиҙ генә йоҡлап китә алманы, ҡатыны менән үткән тормошо тураһында уйланы ла уйланы. Йоҡоға талғанда төндөң уртаһы еткән ине, төшөнә мәрхүм Миңлегөлө инде, ул уны төштә түгел, ә янында торған һымаҡ күрҙе. Мансур уны күреүенә ҡыуанып, оҙаҡ күҙен алмай ҡарап торҙо, бөтөнләй үҙгәрмәгән, йәш саҡтағы һымаҡ һылыу. Уның менән һөйләшергә тырышты, ә ул бер нимә лә өндәшмәне, йылмайып, матур итеп ҡарап, йәш саҡтағы һымаҡ күлдәктәренең итәктәрен тотоп, рәхәтләнеп өйрөлдө, Мансурҙы уратып, бейене, ләкин бер һүҙ ҙә әйтмәне.
Көн һайын иртә торһа ла бөгөн оҙаҡ уяна алмай ятты. Ярар ял көнө. Телевизоры һаман эшләп тора, һүндерер өсөн ваҡытҡа ла ҡуйырға онотҡан икән. Ярар, ял итһен әле, тип пульттың төймәһенә баҫты, сәйнүк ҡуйҙы. Йыуынып, ҡырынып алғансы сәйнүге лә һыҙғыра башланы. Рәхәт икән ундай сәйнүк, онотһаң, үҙе тураһында иҫкә төшөрә.
Тамаҡ ялғап алғандан һуң, бөгөн ни эшләргә икән, тип ултырғанда кесе улы шылтыратып, хәлен белешкәндән һуң, бөгөн ғаиләһе менән ҡунаҡҡа килеүҙәре тураһында әйтте. Ейәндәрен оҙаҡ күрмәгәс, ҡыуанып: “Көтәм, көтәм, килегеҙ, өйҙәмен”, - тип яуап бирҙе. Кәйефе күтәрелеп, телефонын һүндерҙе. Танау аҫтына ниндәйҙер көй мыңғырлап, ейәндәренең килеүенә өйҙө әҙерәк йыйыштырайым, тип аны-быны шылдырҙы, саң һөрттө, саңһурғыс менән балаҫты таҙалап, ейәндәремде тәмлекәстәр менән һыйларға кәрәк бит, тип магазинға барып килде.
Төштән һуң балалар көлөүенән фатир яҡтырып киткәндәй булды. Мансур Марсель менән Руслан ыңғайына булды.
– Тәәәәк, нимә уйнайбыҙ? - тип ул ейәндәренә ҡарай ҡулдарын йәйеп атланы.
Килене аш-һыу менән булышты, улы атаһының өйөндә алай-былай эштәр башҡарҙы. Кис етеүен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Килене ҙур табын әҙерләп, бөтәһен дә киске ашҡа саҡырҙы. “Эх, Миңлегөлөм күрһә ине балаҡайҙарҙы”,- Мансур күрһәтмәй генә күҙ йәштәрен һөртөп, ейәнсәрҙәренә: “Кем тиҙерәк”, -тип йыуыныу бүлмәһенә йүгергән булды. Марсель менән Руслан ярышып: “Мин! Мин!”-тип кемуҙарҙан сапты. “Бына бәхет”, - тип уларҙың арттарынан эйәрҙе. Күмәкләшеп ултырып, рәхәтләнеп һөйләшеп киске аш ашанылар, ҡараңғы төшкәс кенә яҡындарын оҙатты ул. Ейәндәре хушлашҡанда: “Ҡартатай, һин ҡасан беҙгә ҡунаҡҡа киләһең? -тип әйтеүҙәре тағы ла Мансурҙың күңелен йомшартты һәм ул: “Киләм, оҙаҡламай киләм”, тип ейәндәрен ныҡ итеп ҡосаҡланы. Улы: “Атай, ысынлап та күпме саҡырабыҙ һине, килеп тә сыҡмайһың, икенсе ял көнө һине көтәбеҙ” тине һәм ҡатынына боролоп: “Шулаймы кәләш?” - тип Рәшиҙәһенә күҙ ҡыҫты. Уныһы инде ихласлап: “Эйе-эйе, көтәбеҙ, шәмбе көнө, малайҙар менән берәй тәмлекәс бешерербеҙ, шулаймы?”- тигәнгә, малайҙар ҡыуаныштарынан сәпәкәйләнеләр. Тиҙ йоҡлап китте бөгөн Мансур, ейәндәре ыңғайына уйнап, арығанын ныҡ һиҙҙе.
Төшөндә әллә нимәләр күреп бөттө, әллә ейәндәре ыңғайына ныҡ уйнап ташлағанғамы, ә инде таңға ҡарай тағы Миңлегөлөн күрҙе. Ләкин был юлы нишләптер ул яңғыҙ түгел. Берәү менән көлөшә-көлөшә нимәлер һөйләшәләр. Ҡапыл таный алманы уны Мансур. Һуңынан инде икеһе лә эргәһенә килгәс, дауаханала эшләгән Миңлегөл икәнлеген таныны. Һүҙ ҡушайым тип кенә ауыҙын асҡайны, ҡапыл будильниктың зыңғырлауын ишетеп, уянып китте. Таң да атҡан. Иртәнге эштәрҙе башҡарғанда, төшө тураһында уйланы. Бер нимәгә лә юрай алманы, эшкә һуңлап ҡуймайым, тип ашығып сығып китте.
Барғас та Миңлегөлдө күрергә тип уйлаһа ла нишләптер осрашырға форсаттары ла булманы. Һәр береһе эш менән мәшғүл ине. Көн артынан көн үтә торҙо. “Бына тормош, ағын һыу һымаҡ, кисә аҙна башы, бөгөн аҙна аҙағы”, - тип уйланы ул дауаханала эшләүселәргә һәм дауаланыусыларға ҡарап. Коридор тулы кеше, берәүҙәре сират көтә, икенселәре кәрәкле врачты таба алмай, коридор буйлап сабып алып йөрөй.
Ҡайтырға йөрөгәндә, осрашты улар. Бер яҡҡа булғас, Мансур уны көтөңкөрәп йөрөнө. Бына, ниһәйәт, Миңлегөл күренде. Көҙгө һыуыҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, ул дауахананың ишек алдынан ҡояш кеүек яҡтырып килеп сыҡты. Уны күреп, ир кеше һоҡланып ҡарап, күҙен ала алмай торҙо. Ниндәйҙер йәш саҡтағы хистәр уны ялмап алды. Йөрәктең йыш тибеүен һиҙҙе ул. Ә ҡасандыр, үҙенең кәләшен беренсе тапҡыр күргәндә шундай тойғолар кисергәйне.
“Мине көтәһеңме?” - тине ҡатын, йылмайып. “Һине... Оҙатып ҡуяйым тигәйнем, рөхсәт итһәң”, - тип күҙенә ҡараны. Яйлап ҡына атлап, юл буйы һөйләшеп барҙылар. Мансур үҙен йәш егет итеп хис итте. Нимәлер һөйләне, шаяртырға тырышты. Ә Миңлегөл ниндәйҙер, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас, баҫалҡылыҡ менән үҙен тотто. Артыҡ һүҙ әйтмәне, йылмайып ҡына тыңланы.
“Мин ҡайтып еттем”, - тигәнгә Мансур ваҡыттың тиҙ үтеүенә көрһөнөп ҡуйҙы. “Ҡайһылай эшкә яҡын йәшәйһең”, тип уйламайынса ҡысҡырып әйтеп ҡуйыуына үҙе лә аптыраны. Миңлегөл йылмайып: “Ярты сәғәт атланыҡ бит”, - тип көлөп ебәрҙе. “Ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнмен”, - тип Мансур һаубулашып, ҡайтып китте.
Мансур өй эштәрен бөтөргәс, телевизор ҡарарға булды. Пульт төймәләрен баҫҡылап, үҙенә оҡшаған тапшырыуҙы таба алмай “Ҡурай” каналын ҡуйып, рәхәтләнеп йыр тыңлап алайым әле тине. Телевизорҙа Резеда Әминева менән Фәрүәз Урманшиндың сәхнәлә моңло йырлауын ишетте:
Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс,
Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс...
“Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, ошоға тиклем йырҙы ишетһәм дә һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәгәнмен дә”, ә йырсылар һағышланып, дауам итте:
Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
Мансур телевизор экранына яҡыныраҡ килеп, йырҙы тыңланы:
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
Уйға сумып, әллә нимәләр уйланы.
Бер йыр икенсене алмаштырҙы, ә ул телевизорға ҡарап торһа ла уйы менән әллә ҡайҙарҙа ине...
Мансур аҙаҡҡы ваҡыт үҙен бик насар тойҙо. Йыш ҡына хәле бөттө. Эштән китергә тигән ҡарарға килде. Бер көнө хәле бигерәк насарайғас, улдары ашығыс ярҙам менән дауаханаға алып барҙы. Ләкин... дауаханаға эләгеүе еңелдән түгел икәнлеген тиҙ төшөндө. Коридорҙа кешеләрҙе күреп: бында ла сират икән, тип көрһөндө.
Шәфҡәт туташы төрлө ҡағыҙҙар тултырған ваҡытта врач килеп, ҡарап, терапияла бөтөнләй урын юҡ, хатта коридорҙа кешеләр ята, урын бушаһа, шылтыратырбыҙ, тип ҡайтарып ебәрҙе.
Балалары нисек кенә тырышмаһын, аталары: “Урын булғас, килермен”, - тип ҡайтыу яғына ыңғайланы. 2-3 көн үтеүгә лә һаулығы рәтләнмәне. Эштән китеүен белеп, Миңлегөл хәлен белергә тип эштән һуң килеп еткән ине. Мансурҙың баш осонда ултырып, адресын нисек тапҡанын, эштәге төрлө яңылыҡтарын һөйләне. Ә ул тыңланы ла тыңланы...
Бына бөгөн уның өсөн дә уҡыттылар. Миңлегөл менән Рәшиҙә килене өйҙө йыйыштырып, ҡайтырға ғына йөрөгәндә, телефон зыңғырланы. Телефондың икенсе яғында: “Ауырыуҙы алып килегеҙ, урын бушаны”, - тине шәфҡәт туташы. Рәшиҙә: “Рәхмәт, кәрәкмәй, уның урыны ожмахта инде”, - тип телефонды һалды.
Хикәйә авторы Гөлназ Назарова.