ЙӘМҒИӘТ
5 Июня , 07:15

Өфөнөң яңы мэры командаһының төп девизы билдәле

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповты 1 июндә тәҡдим итте.

Өфөнөң яңы мэры командаһының төп девизы билдәлеӨфөнөң яңы мэры командаһының төп девизы билдәле
Өфөнөң яңы мэры командаһының төп девизы билдәле

Өфө хакимиәтендә мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов яңы урында тәүге оператив кәңәшмә үткәрҙе. Ҡала командаһының төп девизы булып “Кәртәләр юҡ” тигән саҡырыу тора.

Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, киләсәккә стратегик план билдәләнгән, ул ҡаланы үҫтереү һәм унда йәшәүселәрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн мөмкин тиклем күберәк көс һалырға ниәтләй.

– Команда бергәләп эшләһә һәм бер-береһенә ышанһа, барлыҡ төп бурыстар үтәләсәк, – тине Рөстәм Шәрипов.

Ул шулай уҡ үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, муниципаль идара итеү системаһының эске ҡоролошон бик яҡшы аңлауын белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповты 1 июндә тәҡдим итте.

Билдәле булыуынса, ул 12 йыл етәксе булып эшләгән: биш йыл – Бөрйән районы башлығы, ете йыл – Хәйбулла районы башлығы.

Рөстәм Динислам улына яңы һәм үтә лә яуаплы вазифаһында уңыштар теләйбеҙ.

Фото: Рөстәм Шәриповтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас