

Федераль Социаль фонд мәғлүмәте буйынса, 12-14 июндә банк аша килгән пенсиялар банк иҫәптәренә 11 июндән дә һуңға ҡалмайынса күсерелә. Почта бүлексәләре аша график та үҙгәрҙе: 12 июнь өсөн түләүҙәр ваҡытынан алда килтерелә. 13 һәм 14 июндә пенсиялар почта бүлексәһенең ғәҙәти эш графигы буйынса таратыла.
Был страховка, социаль, тупланма, шулай уҡ ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияларға ҡағыла.
Автор: ГӨЛФИӘ АКУЛОВА