ЙӘМҒИӘТ
3 Июня , 16:23

Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡ

Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү нисек бара?

Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡҮҙебеҙҙең Арбат буласаҡ
Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡ

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың тарихи үҙәгендәге Октябрь Революцияһы урамында булды. Төбәк етәксеһе биләмәне төҙөкләндереү концепцияһы менән танышты, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Мәғлүм булыуынса, Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау 2022 йылда башланғайны. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Ул инженерлыҡ селтәрҙәрен алмаштырыуҙы, юл япмаһын һәм тротуарҙарҙы яңыртыуҙы, яҡтыртҡыстарҙы монтажлауҙы күҙ уңында тота. Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, планлаштырылған эштең яртыһынан күберәген башҡарғандар. Проектты 2027 йылда тамамлау күҙаллана.

Бынан тыш, 1880–1920 йылдарҙа төҙөлгән бер нисә бинаны инвесторҙар ярҙамында реставрациялау ҡарала. Тәүге башланғыстар иҫәбендә – ҡасандыр балалар баҡсаһы урынлашҡан Софронова-Янчевская йортон, Демидовтар йортон тергеҙеү.

Октябрь Революцияһы урамында 70-кә яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Уларҙа ижади киңлектәр, йәмәғәт туҡланыуы урындары, сувенирҙар һәм һөнәрселек әйберҙәре магазиндарын урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Башлығы буласаҡ йәмәғәт киңлегенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

– Минеңсә, Өфө өсөн был – иң ҙур проекттарҙың береһе. Бында үҙебеҙҙең Арбат – йәйәүлеләр зонаһы, музейҙар, кафе, башҡа объекттар буласаҡ. Быйыл биләмәне – Яңы Күпер урамына тиклем, ә киләһе йыл Воровский урамына тиклем төҙөкләндерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Йәнә бер мөһим йүнәлеш – тарихи биналарҙы тергеҙеү, уларҙың күбеһе ҡот осҡос хәлдә. Ҡалаға был йәһәттән инвесторҙар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Ленин исемендәге паркта булды. Бында ла рекреацион зонаны төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла.

Эш планында ике фонтанды реконструкциялау, йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асыу, бәләкәй архитектур һындар ҡуйыу ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү барышы менән танышты.

– Был республикала иң күркәм заманса парктарҙың береһе буласаҡ. Эштәрҙең ҙур өлөшөн финанслаған Һаҡлыҡ банкына өфөләргә ошондай бүләк яһағаны өсөн рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡ
Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡ
Үҙебеҙҙең Арбат буласаҡ
Автор:
Читайте нас