ЙӘМҒИӘТ
1 Июня , 12:08

Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы хәл ителде

Бәхәстәр оҙаҡ барҙы, бөгөн Радий Хәбиров уға нөктә ҡуйҙы    

Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы хәл ителдеСалауат Юлаев һәйкәле яҙмышы хәл ителде
Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы хәл ителде

Ошоға тиклем байтаҡ ваҡыт Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тирәләй күп кенә бәхәстәр булды. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәхәскә нөктә ҡуйҙы.

Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта Өфөлә постаменттан алынған милли герой һәйкәлен реставрациялау бара. Апрелдә ҙур комиссия реставрация цехында була.

– Реставраторҙар беҙгә һәйкәлдең 80 процентын үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк, тине.

Был йәһәттән беҙ уйландыҡ, әммә унда металл бик юғары сифатлы түгел, – тине Радий Хәбитров. – Шуға күрә фекер алышыу барышында мин йәмәғәтселек фекере хөкөмөнә һәм республика халҡының фекеренә тәҡдим иткән идея тыуҙы. Беҙгә артабан ҡатмарлыраҡ, әммә ышаныслыраҡ һәм, минеңсә, стратегик яҡтан отошлораҡ юл менән барырға мөмкин – яңы һәйкәлде төп нөсхәнең тулы күсермәһе итеп бронзанан ҡойорға кәрәк. Был оҙаҡҡа етәсәк.

Радий Хәбиров, әгәр элекке һәйкәлде реставрациялаһаҡ – ул 10, 20 йәки 50 йыл торасаҡ, ә бронза һәйкәл оҙайлыраҡ буласаҡ, тине. Шулай уҡ республика Башлығы тарихи ҡомартҡының яҙмышын билдәләне. Әле цехта реставрацияла булған һәйкәл мотлаҡ реставрацияланасаҡ. Уны нисек бар, шулай йүнәтеп, яңы урынға, купол аҫтына ҡуйырға тәҡдим ителде. Был яңы тарихи урынға, музейға әйләнәсәк.

– Беҙ һәйкәлде 2027 йылға тергеҙергә вәғәҙә иттек һәм быға ынтылырға кәрәк буласаҡ. Унда төҙөкләндереү буйынса тағы ла ҙурыраҡ бурыстар бар. Тағы ла бер аргумент: Сосланбәк Тавасиевтың ейәне ҙур интервью бирҙе, унда һәйкәл башта бронзанан ҡойолорға тейеш ине, тип әйтте, – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәтенә Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан тергеҙеү планын төҙөргә ҡушты.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас