ЙӘМҒИӘТ
1 Июня , 12:12

Быйыл йәй 390 аттракцион эшләйәсәк

Ведомство күҙәтеүе аҫтында 547 берәмек күңел асыу ҡорамалдары, шул иҫәптән 129 ҡышҡы тау бар.

Быйыл йәй 390 аттракцион эшләйәсәкБыйыл йәй 390 аттракцион эшләйәсәк
Быйыл йәй 390 аттракцион эшләйәсәк

Башҡортостанда 2026 йылдың йәйге миҙгелендә 390 аттракцион файҙаланыуға тапшырылды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров хәбәр итте.

Ведомство күҙәтеүе аҫтында 547 берәмек күңел асыу ҡорамалдары, шул иҫәптән 129 ҡышҡы тау бар. 2026 йылдың яҙында аккредитацияланған лабораториялар белгестәре аттракциондарҙың техник торошон тикшерә. Тикшерелгән 418 объекттың 93 проценты файҙаланыуға хупланған. Рөхсәт бирмәүҙең төп сәбәптәре – идара итеү системаларының боҙолоуы, миҙгел араһы һаҡлау шарттарының боҙолоуы, ер участкаһын файҙаланыу йәки ҡуртымға алыу ваҡыты тамамланыуы. Дәүләт комитеты шулай уҡ операторҙарҙы һәм аттракцион администраторҙарын уҡытыуҙы ойоштора.

Йәйге осорҙа кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн республиканың дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты күңел асыу техникаһы мониторингын һәм иҫкәртеү эшен дауам итәсәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас