ЙӘМҒИӘТ
29 Май , 11:20

Бронзанан эшләнергә тейеш булған

Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, һәйкәлгә бәйле, үҙенсәлекле архив документтарына юлыҡҡан...

Бронзанан эшләнергә тейеш булғанБронзанан эшләнергә тейеш булған
Бронзанан эшләнергә тейеш булған

"Башҡортостан" дәүләт концерт залының конференция залында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советының сираттағы ултырышы үтте. Иркен һөйләшеүгә ҡайһы берәүҙәр видеобәйләнеш аша ҡушылды.

Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ  начальнигы Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, ошоға хәтлем барыһы ла Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация эштәре менән яҡындан танышҡан.

Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели әйтеүенсә, һәйкәл баштан уҡ бронзанан эшләнергә тейеш булған, уны шулай күҙаллағандар. Василий Зурабович, ышаныс белдергәндәре өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтен еткерҙе, ҡулдан килгәнсә бөтә уй-маҡсаттарҙы ла тормошҡа ашырасаҡтарын белдерҙе һәм былай тип өҫтәне:

– Йәш быуынға һәйкәлде күреп үҫеү һәр йәһәттән дә отошло. Һәйкәлдең хәл-торошо тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй, – тине Рәсәй художество академияһының реставрация фонды департаменты директоры Анна Пышта. – Беҙ үҙәк ғилми-тикшеренеүҙәр институты менән хеҙмәттәшлек иттек. Металдың һәм ҡоростоң составын ентекләп тикшерҙек.

Анна Сергеевна ҡорос һәйкәлдең ныҡ таушалыуына баҫым яһаны. Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин, һәйкәлгә бәйле, үҙенсәлекле архив документтарына юлыҡҡан. Ысынлап та, тәүҙә бөтәһе лә һәйкәлде бронзанан ҡойорға уйлаған. Был турала эшлекле һөйләшеүҙәр күп алып барылған. Әммә аҡсаны экономиялау маҡсатында, уны ҡоростан эшләгәндәр.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас