

Бөгөнгө һүҙем Фәүзиә Солтанова (Ҡарабатырова) тураһында. Аҡъяр ауылында 1951 йылдың мартында кинйә ҡыҙ бала булып донъяға килә ул. Апайҙары Тәнзилә, Флүрә һәм Люциә араһында иркәләнеп кенә буй еткерә. Иң өлкән ағаһы Рәшит хеҙмәт итергә барып ситтә төпләнә.
Фәүзиә Рәхимйән ҡыҙы 1980 йылда Йылайыр районы Байғужа ауылы егете Шәфҡәт Ғиззәт улына кейәүгә сыға һәм бына 45 йыл инде татыу ғүмер кисерәләр. Шәфҡәт Солтанов «Сельхозэнерго» ойошмаһында эшкә урынлаша һәм яңы ғына ҡауышҡан йәштәргә өр-яңынан йорт бирәләр. Йәштәр дәртләнеп донъя көтөргә тотона. Хөкүмәт эшенә лә бар көсөн һалып эшләйҙәр, ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡортон да тота, мул итеп баҡса үҫтерә. Улар бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙҙары Розалиә эшкә шәп, уңған булып үҫә. 1-се Аҡъяр мәктәбен тамалағандан һуң, БДУ филиалының Сибай институтында уҡый. Хәҙерге көндә тормош иптәше Ғәзим Ҡырымғужин менән Ильяс исемле ул тәрбиәләйҙәр. Район үҙәгендә күркәм йорт төҙөп сыҡҡандар, ата-әсәйҙәренең төп таянысы, ярҙамсылары булып, матур донъя көтәләр.
Үкенескә күрә, тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Солтановтар ғаиләһенә лә әсе яҙмыш һынауҙары аша үтергә тура килә. Көтмәгәндә ғаилә башлығы Шәфҡәт Ғиззәт улы оло һәләкәткә осрап, умыртҡа һөйәген һындыра һәм ул аяҡтан яҙа. Хәҙерге көндә ул үҙ аяҡтарында йөрөй алмай, шулай ҙа уҙаман йәшәү йәмен юғалтмай, күңел көрлөгөндә йәшәй. Әлбиттә, был аяуһыҙ һынауҙы бергәләп күтәрергә, көс-ҡеүәт өҫтәп торған ҡәҙерле ҡатыны Фәүзиәнең һәр ваҡыт эргәһендә булыуы ҙур роль уйнай. Тәнен генә түгел, йәнен дә селпәрәмә килтергән өмөтһөҙлөккә бирелгән ауыр мәлдәрҙә лә янында терәк-таяныс булып, һәр саҡ сабыр ҡатыны йәшәүгә илһам өҫтәй.
Фәүзиә Рәхимйән ҡыҙы төшөнкөлөккә бирелмәгән, һынауҙарға һынмаған көслө рухлы гүзәл зат ул. Физик мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле Фирғәт улын да бер ауырлыҡһыҙ ҡарай. Яҡындарын күңел йылыһы һәм хәстәрлеге менән сорнап йәшәргә тырыша. Яҙмышына риза булып, дин юлына баҫа, намаҙҙарында сабырлыҡ һорай, Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөр ҡыла. Мәсеттә Юлай хәҙрәттән ғәрәпсә уҡырға өйрәнә, хәҙер Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡый. Йәй көндәрендә ишек алдында гөл-сәскәләр үҫтереп, кинәнес, күңел йыуанысы табып йәшәй.
«Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү – әҙәмдең иң мөһим сифаты», – тип өйрәткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Төшөнкөлөккә бирелмәй, килеп тыуған һынауҙарҙы лайыҡлы үткән, рух ныҡлығында йәшәгән Солтановтарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.