ЙӘМҒИӘТ
28 Мая , 07:13

Торомтаевтар – уңған ғаилә өлгөһө

Ҡар сафлығына төрөнгәндәй ап-аҡ итеп аҡланған йорт ишек алдына килеп ингәс, ҡояш нурҙарына ҡойоноп, йымылдашып ятҡан тап-таҙа таш һуҡмаҡҡа баҫырға ҡыймай торҙом. Тәртип тупһанан башлана, тигәндәй, бар ерҙә бөхтәлек һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ипле йылмайып ҡаршы алған һөйкөмлө парҙың йөҙҙәрендә бер-береһенә терәк булып йәшәүҙәре асыҡ сағыла. Өй эсендәге һәр нәмә уларҙың зауығы менән һайлап алынған, хужабикәнең оҫта ҡулдары менән йыйыштырылған.

Торомтаевтар – уңған ғаилә өлгөһөТоромтаевтар – уңған ғаилә өлгөһө
Торомтаевтар – уңған ғаилә өлгөһө

Ивановка ауылынан 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән Ғирфан һәм Гөлсирә Торомтаевтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ауыл ғаиләһенән һис тә айырылмаған кеүек, әммә, йылы хис-тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлап, йылдар һынауына бирешмәгән сабырлыҡтың сағылышы улар.

Ғаилә башлығы Ғирфан Ғилман улы сығышы менән Утарбай ауылынан булһа, Гөлсирә Ишмырҙа ҡыҙы Йылайыр районы Байғужа ауылынан. Ғирфан Торомтаев Ивановка урта мәктәбен тамамлағас, Совет армияһы сафына алына. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә төшә. Әммә атаһы ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡалғас, һигеҙ балалы ғаиләнең иң өлкәне булараҡ әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында тыуған ауылына кире ҡайта һәм бөтә ғүмерен колхозға бағышлап, күп йылдар малсылыҡ тармағында эшләй. Йорт хужабикәһе Гөлсирә Ишмырҙа ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһында мәктәп-интернатты тамамлағас, Байғужаға ҡайтып һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай.  

Йәш-елкенсәк колхозда иртә таңдан ғара эңергә тиклем эшләп, кисен уйынға ашыға, бигерәк тә йәй айҙарында ауыл өҫтөндә гармун моңо, йыр-бейеүҙәр тынмай. Мөмкинлек сыҡҡанда йәштәр йөк машинаһына тейәлеп, күрше ауылдарға бер-береһенә киске уйындарға йөрөшә. Йәшлектең иң дәртле мәлендә ике йөрәк араһында һөйөү хисе ярала һәм 1976 йылдың сентябрендә Гөлсирә Ишмырҙа ҡыҙы Ивановка ауылына килен булып төшә. Егәрле килен килеү менән фермаға һауынсы булып эшкә урынлаша. Артабан колхоз тарҡалғас, ауыл сельсоветында йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ғилман һәм Гөлсирә Торомтаевтар ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Миңлегөл Өфө ҡалаһында төпләнгән, уңышлы эшләп йөрөй. Үкенескә ҡаршы, уларҙы оло ҡайғыға һалып, улдары Ринат иртә гүр эйәһе булған. Улдарының төҫө, аманаты булып ҡалған ейәнсәрҙәре Айгинә ҡартатай менән ҡәртәсәйҙең оло шатлығы һәм йыуанысы. Туған йәнле Торомтаевтар яҡындарын да хәстәрләп, тормош йөгөн бергә тартып, бер-береһенә терәк, дуҫ һәм кәңәшсе булып йәшәйҙәр.  

 – Тормошта барыһы ла була, иң мөһиме бер-береңде ихтирам һәм сабыр итеүҙә. Хәҙер лайыҡлы йәшәр өсөн йәштәргә үҙҙәренә юл ярырға тура килә. Заманында Ленин исемендәге колхоз бик шәп, бай булды, уның ярҙамын тойоп йәшәнек. Һәр нәмә үҙ урынында, ул гөрләп торған тирмәне, дауаханаһы, йомош менән район үҙәгенә барыуҙың кәрәк тип тә тапманыҡ. Тырышып эшләгәнгә күрә һәр ваҡыт эш хаҡына ҡушып премияһын да бирҙеләр, бесән, иген  һәм башҡа кәрәкле нәмәләр ҙә мул булды. Дәртләнеп эшләнек тә, кинәнеп йәшәнек тә, – ти Ғирфан Ғилман улы.

Хәҙерге көндә лә Торомтаевтар эшһеҙ ултырмай, ғаилә башлығы ауырып китеү сәбәпле былтыр ғына эре баш малдарын бөтөргәндәр. Бар ерҙә тәртип булған ишек алдында күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, яҙ йылыһына иркәләнеп, йомшаҡ бесән өҫтөндә туҡ һарыҡтар ял итә. Йәйгеһен ихаталары сәскәләргә күмелә, баҡсала емеш-йәшелсә үҫтерәләр, төрлө ҡайнатма һәм салаттар әҙерләйҙәр. Ошо тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, өй хужалары менән йылы хушлашып сыҡҡанда таш һуҡмаҡтың шундай матур, сағыу йымылдашып ятыуҙары тураһында хәбәр һаттым. «Уларҙы бит мин даими йыуып торам», - тине егәрле хужабикә. Хәйер, быға әллә ни аптыраманым да, эшһөйәр, уңған ғаиләлә тап шулай булырға тейештер ҙә тип ҡабул иттем мин уны. Йөҙҙәренән йәшлек сырайын юғалтмаған һөйкөмлө парға киләсәктә лә атыр таңдары яҡты, оҙон ғүмерле һәм бәхетле булыуын теләйбеҙ.

Торомтаевтар – уңған ғаилә өлгөһө
Торомтаевтар – уңған ғаилә өлгөһө
Автор:Лира Такалова
Читайте нас