

Радий Хәбиров Сергей Безруковҡа фестивалде Башҡортостанда уҙғарыу башланғысы өсөн рәхмәт әйтте.
- Килеүегеҙгә бик шатмын. Бындай проект өсөн рәхмәт – беҙ уны бер икеләнмәйенсә хупланыҡ. Республикабыҙҙа һеҙҙе ҙур артист булараҡ яраталар, ҡәҙерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр. Ә фестивалдең темаһы бик изге һәм мөһим - ул балаларға һәм уларҙың һәләттәренә арналған, - тип билдәләне төбәк Башлығы.
Сергей Безруков республика етәкселегенә башланғысты хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «ЭХО БДФ» Ҙур Балалар фестиваленең дауамы булды, уның сиктәрендә туғыҙ йыл дауамында йәш аудитория өсөн ижади проекттар тормошҡа ашырыла, тип һөйләне.
- Йыл һайын беҙ балалар булдырған бөтә яҡшы нәмәне туплайбыҙ. Бындай иҫ киткес тамашаларҙы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына ҡарарға тейеш түгелдәр. Был йылдар эсендә фестиваль Калининградтан Камчаткаға тиклем күп төбәктәрҙә уҙҙы. Һәм һеҙҙең иҫ китмәле республикағыҙға килеп етте, – тине Сергей Безруков.
Фестивалдең художество етәксеһе программала спектаклдәр, кино һәм анимация, шулай уҡ күләмле мәғрифәтселек блогы күрһәтелеүен билдәләне.
- Был - ҡеүәтле мәҙәни десант. Спектаклдәрҙән һәм фильмдарҙан тыш, балалар, мәҙәниәт учреждениелары уҡытыусылары һәм белгестәре өсөн белем биреү программаларын тәҡдим итәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Безруков.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова