ЙӘМҒИӘТ
28 Мая , 10:01

Бәхетте үҙҙәре әүәләгән ғаилә

Бер-береһен ихтирам иткән, мөхәббәт менән тулы булған ғаиләләрҙе күреп, улар өсөн һәр саҡ ҡыуанаһың. Ундай ғаиләләрҙә кескәй генә шатлыҡ та ҙур була, балалар ҙа тәрбиәле үҫә. Ябай ғына шатлыҡтарҙы ихлас ҡабул итеп, оло йөрәктәрендәге яҡтылыҡты бүлешә белеп йәшәүсе Аҡъяр ауылынан Радик һәм Айгөл Нураевтар ғаиләһе тураһында һүҙем.  «Беҙгә тормош һынауҙарын үтергә бәхеткә булған ышанысыбыҙ ярҙам итте!» — тиҙәр бер тауыштан улар.

Бәхетте үҙҙәре әүәләгән ғаиләБәхетте үҙҙәре әүәләгән ғаилә
Бәхетте үҙҙәре әүәләгән ғаилә

Айгөлдө күптәр уның бешергән тәмле торттары аша белә.  «Торт бешерә башлауыма йыл ярым тирәһе генә ваҡыт үтте. Ләкин заказдарым етерлек. Алдан улай бешереү оҫталығым бар икәнлеген дә белмәнем. Әммә яҡшы ғына торт алыуы бик ҡиммәткә төшә, ғаиләбеҙ ҙур, тиеп тормош иптәшемдән: “Әллә торт бешерергә өйрәткән курс үтәйемме?” – тигән кәңәш һораным. Радик теләгемә ҡаршы килмәне, киреһенсә ҡыйбатлы торт бешереү курсын һатып алып: “Бына һиңә минән бүләк!” – тине. Ысынлап та килем килтергән бик яҡшы бүләк булды ул миңә. Әлеге ваҡытта кескәй улым менән декрет ялында саҡта торттар бешерәм, ҡайһы саҡта заказдарҙы үҙем үк машинала елдертеп алып барып та ҡуям», — тип үҙ уңышы менән уртаҡлашты күп бала әсәһе. Әйтергә кәрәк, Айгөл менән Радик Нураевтар биш бала тәрбиәләйҙәр.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас