ЙӘМҒИӘТ
27 Мая , 06:31

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Республикала күп балалы ғаиләләрҙең һаны билдәле булды

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡалаБашҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала
Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә лидер булып ҡала

Башҡортостанда 75 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә, тип белдерҙе республиканың хеҙмәт министры урынбаҫары Ирина Небогатова Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында.

«Был илдә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе булып тора», — тине тура эфир ҡунағы.

Небогатова мәғлүмәттәре буйынса, республикала өйләнешеүселәр һаны 2,6% артҡан һәм айырылышыуҙар һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән.

Беҙҙә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла кәмей», — тип өҫтәне ул.
 
 
ФОТО: ВАЛЕРИЙ ШАХОВ | «БАШИНФОРМ»
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас