

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән берлектә хәйриә концерты ойошторолдо. Концертта Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Артур Ғайсаров (ҡурай, кумыҙ), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Фәриҙә Ғаззалова, бейеүсе Лилиә Усманова ҡатнашып, тамашасыларға матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңдары бүләк итте.
- Бөгөн илебеҙ яҙмышына битараф булмаған кеше юҡ тиерлек. Күптәребеҙҙең яҡындары, туғандары, дуҫтары махсус хәрби операцияла. Барыһы ла ҡулынан килгәнсә тырыша. Беҙҙең был изге эшебеҙ ҙә егеттәребеҙгә бер-аҙ булһа ла ярҙам булып, Еңеүҙе яҡынайтһын, – тине ижади төркөм етәксеһе Рөстәм Шаһыбалов.
-Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә әҙ булһа ла ярҙам итеү маҡсатында бындай хәйриә концерттарын даими ойошторабыҙ. Үҙем иһә ике тапҡыр МХО биләмәһенә барып, яугирҙар алдында сығыш яһарға тура килде. Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт иткән хәрбиҙәр менән осраштыҡ. Унда республиканан бик күп егеттәр хеҙмәт итә. Ошондай хәйриә концерттарын ойоштороп, яугирҙарға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү ул беҙҙең изге бурыс тип иҫәпләйбеҙ, - тине Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина.
Артистар һәм тамашасылар бер маҡсатта берләшеп, яугир егеттәргә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Концертта йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға йүнәлтеләсәк.