ЙӘМҒИӘТ
21 Май , 11:41

Рөстәм Нәбиев - Эверест (8848 метр) түбәһендә!

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә менеп еткән. Һәм был турала хис-тойғоло итеп хәбәр яҙған. Унда ул беҙҙең һәр беребеҙгә өндәшкән.

Рөстәм Нәбиев - Эверест (8848 метр) түбәһендә!Рөстәм Нәбиев - Эверест (8848 метр) түбәһендә!
Рөстәм Нәбиев - Эверест (8848 метр) түбәһендә!

Блогер Рөстәм Нәбиев апрель башынан Непалда, ул быйыл планетаның иң бейек түбәһе Эверестҡа (8848 метр) менергә ниәт иткәйне. Апрель буйына төрлө бейеклектәргә, лагерҙарға артылып, акклиматизация үткәс, 22 апрелдә 6476 метрлыҡ Мера Пикка менеп төштө. 

Май башында Эверест түбәһенә ҡарай йүнәлергә тейеш инеләр, ләкин боҙ шыуыу хәүефе булғас, властар тарафынан артылыш тыйылды һәм бер аҙ көтөргә ҡуштылар. Һәм бына, һауа торошо уңай булғас, Рөстәмдәр төркөмө 13 майҙа юлға сыҡты. Йәғни уның тыуған көнөндә.

Кисә иртән, Өфөлә иртәнге сәғәт 9 булғанда, ул түбәгә менеп еткән!

"20 майҙа, Непал ваҡыты буйынса иртәнге 8 сәғәт 16 минутта, альпинизм тарихында тәүге тапҡыр мин, Рөстәм Нәбиев, Эверест түбәһенә ҡулдарымда ғына менеп еттем! Мин был артылыуҙы әле мине күҙәткән һәр кемгә бағышлайым. Был ҡылыҡ менән бер генә нәмә әйтергә теләйем: әле йәшәйһегеҙ икән, көрәшегеҙ! Ахырғаса тиклем көрәшегеҙ, зинһар!" - тип яҙған Нәбиев, Эверест түбәһендә "Йығылғандан һуң тормош бөттө тип уйлағандарға. Рөстәм Нәбиев" тигән плакат тотоп төшкән фотоһын беркетеп.✅

Афарин! Ҡотлайбыҙ тағы бер еңеүең менән, яҡташ!

 

Фото: Р. Нәбиев.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас