- Нимә эшләйем мин? Минең ирем бар бит!.. Юҡ, мин бит уның менән айырылыштым,- Рәмилдең уға ҡарата иғтибары артыуын күреп, шулай уйланы Айгөл.
Урамда тағы ла осрашҡас, ир кеше йылмайып, һаулыҡ һорашты, ләкин эргәһенә килеп, һүҙ ҡушырға баҙнат итмәне. Рәмилдең көн дә уның менән күрешер өсөн сәбәп эҙләүен аңланы ҡатын. Уға ҡарата иғтибарлылыҡ оҡшаны, нисәмә йыл инде ул мөләйем һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ булыуын онотор сиккә еткән ине.
Уның тураһында күп ишетеп белә ине ул. Ауыл халҡы, күберәк өлкәндәр, уны маҡтап һүҙгә ала. Береһенә бесән, икенсеһенә утын алып килергә ярҙам иткән. “Эх, шәп егет! Бер ваҡытта ла һүҙҙе йыҡмай, ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Бәхетенә яҡшы ғына кәләш тап булһа ярар ине лә ул үҙенә. Алланың шөкөр тигән ваҡыты булһын инде”, - тип магазинда ике оло инәйҙең һөйләшеүе күңелгә тағы ла йылылыҡ индерҙе. “Кит, хоҙайым, мин уның тураһында нишләп уйлайым әле”, - тип үҙен әрләһә лә ҡайтып еткәнсе Рәмил башынан сыҡманы, уның эргәһенән баҙнатһыҙ йылмайып үтеүен иҫләп, күңеле күтәрелеп, ҡайтып инде.
Буйҙаҡ егет әсәһе менән бергә матур ҙур йортта йәшәй. Йорт-ҡура тирәһе рәтле, ишле мал, ҡош-ҡорттары бихисап. Шунда уҡ ире Илдар иҫенә төштө, эш тубыҡтан булһа ла ашаҡлап үтеп, телевизор төбөндә диван ҡарауланы. Шуның өсөн бергә түгелдәр хәҙер, бер өйҙә көн күрһәләр ҙә.
Эх, был тормош..
Бөтә хужалыҡты үҙе алып бара, 2 һыйыр, һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт. Балалары бәләкәй булғас, ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә ваҡыты ла ҡалмай. Мал бикләп, балаларҙың дәрестәрен әҙерләтеп, йоҡлатырға һалғансы, йыйыштырып, тамаҡ бешереп, кер йыуып, ятҡансы, ярты төн үтә.
Ә ире бер ваҡытта ла өйҙә булманы, колхозда эшләгәс, таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа “эш ҡыйратты”, ҡырын төшөрөп ҡайтырға ла яратты. Өйҙә эшләргә тиһәң, ваҡыты юҡ, эсһә, ҡайтып та күренмәй. Имеш, уға ла ял кәрәк. Айгөл үҙен йыуатып: “Ғүмер буйы эскән ирҙе ни өсөн мин ҡарауларға тейешмен. Мин дә кешесә йәшәгем килә. Матур йортта хужабикә булып, донъя көтөргә күп хыялландым. Мин йәшлегемдән, бәхетемдән баш тартырға тейешменме һуң”, - тип үҙен тынысландырҙы.
Ир-егет бер нисә ай үткәс кенә, һүҙ ҡушырға баҙнат итте. Хәл- әхүәл һорашҡас: “Ярҙам кәрәк булһа, мөрөжөғәт ит”, - тип ихлас күңел менән әйтеүе, Айгөлдөң йөрәген иреткәндәй булды. Иң тәүҙә урамда осрашҡанда ғына һөйләшеп торһалар, һуңынан егеттең уны эштән ҡайтҡанын көтөп тороуын һиҙҙе.
Бер көнө улының шарылдап илауына йүгереп сыҡһа, Фәнисенең эргәһендә Илдарҙы күреп, таң ҡалды. Баҡтиһәң, Фәнис велосипедтан ҡолаған, эргәһендә булған Илдар ярҙамға килгән, өйөнә тиклем оҙатып ҡуйған. Ҡунаҡҡа рәхмәттәр уҡып, яраларҙы эшкәртеп, баланы тынысландырғандан һуң, ҡатын сәйгә әйҙүкләһә лә Илдар тартынып: “Булыр әле сәбәбе”, - тип сығып китте. Бер нисә көндән: “Шумахерҙың хәлен белергә килдем әле”, - тип күстәнәстәр менән килеп инеүе бигерәк тә Фәнисте ҡыуандырҙы. Шул ваҡыттан һуң ул был өйгә йыш ҡына килә башланы. Егет килһә, Айгөл күңеле күтәрелде, ул йылмайҙы, көлдө, ә Илдар: “Ул бында нимә эшләй?” - тигән һымаҡ ҡырын-мырын ҡарап, тинтерәкләй-тинтерәкләй өйгә инеп ятыуҙы хуп күрҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәттәре сығып ҡына торҙо, Рәмил уларҙы үҙ өҫтөнә алды. Ваҡыт үтә торҙо, йәш егет ике өй араһында йөрөнө. Ярты йыл үткәс: “Өйләнешәйек, һиңә лә, миңә лә еңелерәк булыр. Ике хужалыҡты алып барыуы ауыр, әсәйем дә ҡаршы түгел”, - тейеүгә, Айгөл: “Бик тиҙ, әҙерәк көтәйек”, - тиһә лә ир-егет уй-вайына ҡуймай, никах көнөн билдәләтте.
Буласаҡ бейеме менән танышырға барғанда Айгөлдө ул ҡыуанып ҡаршы алды: “Бына, исмаһам, килен йомошау бәхете тейер”, - тип улын маҡтай-маҡтай өҫтәл әҙерләне. Шул көндән үк ул был өйҙә йәшәргә ҡалды. Көндәлек мәшәҡәттәр менән бер ай ваҡыт үтеп тә китте. Ҡатын-ҡыҙ Рәмилдең йортонда өй эштәрен башҡарҙы, бейеме килененә һөйөнөп бөтә алманы. Балалары ике өй араһында йөрөнө, ләкин күберәк атай йортонда ваҡыт үткәрҙе. Ә йәш ҡатын йышыраҡ үҙенә бер үк һорау бирҙе: “Нимә эшләйем мин? Яңылышмайыммы? Ул миңә оҡшай, ләкин мин бит уны яратмайым. Ә Илдар быға нисек ҡарар?.. Нишләп һаман шуны уйлайым”, -тип үҙен әрләне.
Билдәләнгән никах көнө лә килеп етте. Байрам күлдәген кейеп, көҙгө эргәһендә оҙаҡ уйланып ултырҙы Айгөл. “Әссәләмәғәлләйкүм, хужалар! Киленегеҙ хәйерле булһын”, - тигән һүҙгә һиҫкәнеп китте. Бейеменең: “Әйҙүк, әйҙүк,”- тигәненән мулланы ҡаршылағанын аңланы. Саҡырылған ҡунаҡтар оҙаҡ көттөрмәй йыйылды, ә Айгөл бүлмәһенән сыҡмай тик ултырҙы. Икеләнеүе көсәйгәндән көсәйҙе, ҡапыл айныған һымаҡ: “Юҡ, нимә эшләйем мин. Минең балаларым бар. Улар менән нимә булыр? Өйөмдө кемгә ташлап китәм?.... Ниндәй алйот мин! Ҡайтырға, ҡайтырға, үҙ өйөмә ҡайтырға кәрәк!”.
Ҡатын тиҙ генә көҙгө эргәһенән тороп, ишек яғына ыңғайланы. Ишекте ипләп кенә асып, ҡунаҡтарҙы ҡараны. Улар бүлмәлә ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлашалар ине. Берәүҙең дә унда эше юҡ: “Уларға нисек аңлатырға? Сығып никах булмай тип әйтергәме? Юҡ, яйланыр әле, иң беренсе был өйҙән сығып китергә”.
Көҙ көнөнөң һыуығын һиҙмәй, күлдәксән генә сығып китте ул. Үҙенең өйөнә йүгерә-атлай килеп еткәндә ишек алдында өйрәктәрҙең башҡылдашҡанын ишетеп: “Былар тағы ла ас, бахырҙар”, - тип уйлап, баҡсаға күҙ һалды. Сүп-сар араһынан йәшелсә-емеш саҡ күренә ине. Өйрәктәрҙең эргәһенә килгәндә икеһенең үлеп ятҡанын күреп: “Бына, ҡалдыр яңғыҙын, икәүһенең башына еткән”, - тип өйгә йүгереп инеп китте. Өй буп-буш, толҡаһыҙ, ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора.
– Әллә берәү ҙә өйҙә юҡ инде. Балалар ҡайҙа икән? Илдар ҙа күренмәй. Ишекте лә бикләргә онотҡандар... Илдар, Илдар, һин өйҙәме? - тип һөйләнеп, бүлмәнән бүлмәгә йөрөп ҡараны. Өндәшеүсе юҡ. Карауатта кемдер ятҡан һымаҡ тойолдо, эргәһенә барһа, Илдары йөҙтүбән ята.
– Нишләп ятаһың? Тор! - тип йөҙөнә ҡараһа, илауҙан күҙе шешенеп бөткән ирен күреп: “Йә, инде, мин ҡайттым, һинән башҡа миңә бер кем дә кәрәкмәй”, - тип ҡосаҡлап, илап ебәрҙе Айгөл.
– Һин ҡайтмаҫһың инде тип, өмөтөм өҙөлдө. Ҡулға эш тә бармай ята инем,- тип ҡатынының яурынына башын һалды. Икәүләшеп илай-илай 15 йыл бергә йәшәгән йылдарҙы иҫкә төшөрҙөләр...
- Уй, Аллаһым, Раббым, алай ҙа төш кенә булған икән, - тип күҙҙәренең йәштәрен һөртөп, һыҡтап илауҙан ҡапыл уянып китте Айгөл. Эргәһендә иренең тыныс ҡына йоҡлап ятҡанын күреп, ҡосаҡлап алды: “Юҡ, ҡайҙа инде һине ташлау. Яратам бит һине, ниндәй бар, шундайҙы яратам. Өлөшөмә төшкән көмөшөм бит һин”, - тип үткән тормошо тураһында уйланып, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты ул.
Автор: Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Назарова.