Розалиә Илдар ҡыҙы Хәсәнова ҡыҙы Айгүзәлдең ҡан ауырыуы - киҫкен лейкоз менән ауырыуын хәбәр иткән. Бала биш йәшенән инде яман сир менән көрәшә. Уға ике тапҡыр һөйәк елеге күсереп ултырталар. Тәүгеһе уңышһыҙ була. Операция квота буйынса бушлай булһа ла, артабанғы реабилитация үҙ иҫәбеңә.
Ҡыҙҙың тағы башҡа ҡаты ауырыуҙары ла килеп сыға. Шул сәбәпле әсә менән ҡыҙ 1 февралдән алып Санкт-Петербургта дауаланыуҙа. Көндөҙгө стационарға йөрөгәстәр, фатирҙы ҡуртымға алырға тура килә. Ә хаҡтар ҡиммәт: көнөнә 3500 һум. Дарыуҙар ҙа 7-8 мең һум тора.
Шуға күрә Розалиә Хәсәнова битараф булмаған кешеләрҙән матди ярҙам һорай. "Беҙ 1 февралдән алып әлеге ваҡытҡа тиклем Санкт-Петербургтабыҙ. Бөгөн консилиум булып үтте, һәм тағы ла бер айҙан ашыуға ҡалдырҙылар. Ҡанды таҙартыуҙы дауам итәбеҙ тинеләр, катетер торған ере боҙолоп бара, ныҡлап боҙолһа, тағы ла наркоз менән катетер ҡуябыҙ тинеләр. Һәм икенсе төрлө препарат яҙҙылар. Ул ошо бер ай араһында килә тинеләр. Йәнгүзәл, бала ғынама сабырлыҡ бирһен инде Аллам, ныҡ ыҙалай. Ҡайтҡым килә тип илап ала. Өйҙә тағы ла улым көтә. Һағынған ныҡ итеп. Мин һеҙҙән, уңайһыҙ булһа ла, тағы ла ярҙам һорарға булдым, хәлебеҙҙе аңлап, ярҙам итеүселәр булыр тип өмөт итәбеҙ. Бөгөн матди ярҙамға мохтажбыҙ", - тип яҙған ул.
Августа Йәнгүзәлгә 10 йәш тула. Бәләкәй генә юбилейын яҡындары менән өйөндә ҡаршы алһын ине ҡыҙыҡай.
Розалиә Илдар ҡыҙының телефоны: 89965804089. Уның сәхифәһендә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте таба алаһығыҙ: https://vk.com/rozaliya_i
Тура ярҙам итәбеҙ тиһәгеҙ, ошо һылтанма аша үтергә була: https://messenger.online.sberbank.ru/sl/O4BBakdAbrHWaL3CZ
Фото: Р. Хәсәнованың сәхифәһенән.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова