ЙӘМҒИӘТ
9 Май , 17:17

Яңынан ҡыш килә...

Бик борсолмағыҙ, һыуыҡтар оҙаҡҡа түгел. Ҡасандан +26 градусҡаса йылытыр? 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы алдағы көндәрҙә һауа торошоноң боҙолоуо тураһында иҫкәртә. 10 һәм 12 майҙа төндә республикала урыны менән ҡырау төшөүе көтөлә, - 2 градус буласаҡ.

11 майҙа төндә республиканың күпселек райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -1, -6 градус һыуыҡтар көтөлә.

Ләкин һалҡындар оҙаҡҡа түгел. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы йылы тулҡын киләһе аҙна уртаһында киләсәк. Шулай, 12 майҙа көндөҙ +17, ә 13-өндә +24 градус була.

13 һәм 14 майҙа көндөҙ һауа +24 градусҡаса йылына, яуым-төшөмһөҙ болотло һауа торошо көтөлә.

12 һәм 13 майҙа төндә термометр бағанаһы +7, +8 градусҡа тиклем күтәрелә, ә 14 майҙа. +11 градусҡа тиклем йылыта.

“Фобос” үҙәгендә оҙайлыраҡ фараз бирелә. Уның белгестәре фаразлауынса, 15-21 майҙа йәнә яуым-төшөмһөҙ эҫе йәйге һауа торошо көтөлә: көндөҙ +26, +28 градус. 13 һәм 14 майҙа улар +22, +23 градус фаразлай.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас