ЙӘМҒИӘТ
6 Мая , 08:41

Изге эш башҡаралар

-

Изге эш башҡараларИзге эш башҡаралар
Изге эш башҡаралар

Яҡташтарыбыҙ, Өфөлә йәшәүсе Альбина Сәйфулла ҡыҙы Әфләтүнова һәм Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы Сибәғәтуллиналар ошо көндәрҙә битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙан ярҙам йыйып, яугир «Шум» һорауы буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе туплап МХО‑лағы яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙам алып барып кайттылар.
- Махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү — бөгөн иң мөһим һәм изге эштәрҙең береһе. Был юлы хәрби операция зонаһына госпиталь һәм блиндаждарҙы төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары, шулай уҡ матрастар, карауаттар һәм төрлө кәрәк‑яраҡтар алып барылды.
Йөрәк йылыһын бүлешеү — иң оло изгелек. Гуманитар ярҙам йыйғанда, беҙ һәр әйбергә үҙебеҙҙең йөрәк йылыһын, именлек теләген һалабыҙ. Ярҙамға мохтаж кешеләр беҙҙең ҡайғыртыуҙы тойоп, көс алһын. Берҙәмлектә — көс, изгелектә — йәшәйеш мәғәнәһе. Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ, - тип хәбәр итә улар.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас