ЙӘМҒИӘТ
5 Мая , 04:17

Бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙы

Өфөлә Беренсе Бөтә Рәсәй файҙалы уйындар фестивале һәм Педагогия конференцияһы үтте.

Бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙыБер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙы
Бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙы

Сараға Рәсәйҙең 38 төбәгенән һәм Башҡортостан Республикаһының төрлө райондарынан меңдән ашыу уҡыусы, студент, компьютер уйындарын уйлап сығарыусы, педагог һәм белем биреү ойошмалары етәкселәре йыйылды. Фестиваль һәм конференцияһы Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында ойошторолдо.

– Бер нисә йыл инде беҙ Милли технология башланғысының (НТИ) Түңәрәк хәрәкәте һәм Стратегия башланғыстары агентлығы (АСИ) менән берлектә уҡыусыларҙы технология өлкәһенә төрлө форматтар – файҙалы уйындар, технология түңәрәктәре, марафондар, турнирҙар, фестивалдәр, акселераторҙар аша йәлеп итәбеҙ. Башҡортостандың Рәсәйҙә ошо йүнәлештә флагман булыуы менән ғорурланабыҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Бөтә Рәсәй файҙалы уйындар фестивале ваҡытында кампуста күргәҙмә эшләне, унда фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар илебеҙҙең ҙур студиялары һәм командаларынан иң яҡшы видео-һәм өҫтәл уйындарын баһаланы:

Фестиваль майҙансығында программалауҙы һәм техникаға идара итеүҙе үҙ итеүселәр осош симуляторҙарында бер-береһе менән ярышты, ТехноГТО – технология белеме нормативтарын тапшыра алды. Ҡунаҡтар дронда лабиринтты үтеү һәм “Һанлы пинг-понг” буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты – һуңғыһында уйын формаһында программа кодының циклдары өйрәнелә. Бынан тыш, мини-марсоходтарҙа трассалар үтеү; аэроглиссерҙарҙа уҙыштар һәм башҡалар ҙа булды.

Фестивалдә ун төбәктән йәш уйын эшләүселәр үҙ проекттарын тәҡдим итте. Питчингта Башҡортостан уҡыусылары һәм студенттары видеоуйын проекттарын яҡлап, республика хөкүмәтенән һәм партнерҙарҙан ярҙам алыу, платформаларҙа фичеринг һәм уйын сараларында ҡатнашып танылыу өсөн көс һынашты. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттарының боронғо башҡорт эпосы “Урал батыр”ға һәм халыҡтың мифтарына нигеҙләнгән “Урал йөрәге” уйыны иң яҡшыһы тип танылды.

Республика балалар өсөн белем биреү технопаркы командаһы ла еңеүселәр араһында булды.

– VK Play файҙалы уйындарҙы үҫтереүҙә ҙур мөмкинлектәр күрә һәм Өфөлә бөтә ил буйынса йыйылған тәүге мең ҡатнашыусы быны дәлилләй. Беҙҙең платформаның геймдевты үҙ иткән кешеләрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнгәненә шатбыҙ. Беҙ видеоуйындар тураһындағы фекерҙе үҙгәрткән проекттарға артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине CEO VK Play вәкиле Александр Михеев.

Фестиваль вуз-ара кампуста технология түңәрәктәре уҡытыусылары һәм остаздары, белем биреү ойошмалары һәм власть органдары етәкселәре, студенттар, белем биреү ҡорамалдары һәм программа яғынан тәьмин итеүҙе етештереүселәр ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй педагогия конференцияһынан башланды. Көн дауамында ҡатнашыусылар секциялар буйынса эшләне, инженерлыҡ белеменең иң яҡшы моделдәрен ҙурайтыу буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Файҙалы уйындар фестивале майҙансығында Башҡортостан Республикаһында видеоуйындар кластерын булдырыу мөмкинлектәре, файҙалы уйындарҙы һәм киберспортты һөнәрҙе үҫтереү өсөн файҙаланыу, уйын эшләү индустрияһын кадрҙар менән тәьмин итеү, уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы был өлкәгә йәлеп итеү буйынса фекер алышыуҙар үтте.

*Башҡортостан Республикаһы 2023 йылдан алып “Берлога” Милли киберфизика платформаһын (НКПФ) тормошҡа ашырыу буйынса флагман булып тора. Ул РФ Хөкүмәте ярҙамында Стратегик башланғыстар агентлығы, НТИ Платформаһы, НТИ Түңәрәк хәрәкәте командаһы ойоштора.

“Берлога” платформаһы уйындарын ҡулланыусылар һаны 660 000-дән ашҡан. Ошо ваҡыт эсендә республикала 176 яңы технологик түңәрәк асылған, 700-ҙән ашыу сара үткәрелгән, унда 7 000-дән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.

 

Мәғлүмәт, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28808/

Автор:Равиля Гатауллина

Бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙы
Бер меңдән ашыу ҡатнашыусыны туплаған саралар уҙҙы
Автор:
Читайте нас