ЙӘМҒИӘТ
4 Мая , 10:38

Әсәй булыу бәхетен бүләк итә ул

-

Әсәй булыу бәхетен бүләк итә улӘсәй булыу бәхетен бүләк итә ул
Әсәй булыу бәхетен бүләк итә ул

Акушер hөнәр генә түгел, ул – һәләт, тиҙәр. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында  ла бөтә ғүмерен  ошо изге һөнәргә бағышлаған акушерҙар эшләй. Һөйкөмлө, hәр ҡатын-ҡыҙға иғтибарлы мөнәсәбәттә булған Луиза Юлбарисова ла тәжрибәле акушерҙарҙың береһе. 

Луиза Ислам ҡыҙы 1975 йылдың алтын көҙөндә Аҡъяр ауылында донъяға килгән. 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, Сибай медицина училищеһында акушерлыҡ бүлегендә уҡый. Ҡулына диплом алған йәш белгес, 1995 йылда Әҙел ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын башлай. Бында өс йыл тәжрибә туплағас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына эшкә килә. 2004 йылдан бөгөнгәсә бала табыу йортонда акушер булып хеҙмәтен уңышлы дауам итә.
–6-сы класта уҡығанда уҡ акушер булырға теләгәйнем. Әле бына 30 йылдан ашыу акушер һөнәренә тоғромон һәм эшемде яратам. Тап ошо һөнәрҙе һайлап, яңылышмағанмын тип уйлайым. Балаларҙың донъяға килеүе үҙе бер мөғжизә. Әсәләргә бәхет өләшеү, яңы кеше тыуыу һөйөнөсө артабан илһамланып эшләргә дәрт-көс бирә, – ти  Луиза Ислам ҡыҙы.

Был эштә яуаплылыҡ менән бергә, шатлыҡлы мәлдәре лә күп була. Әсәләрҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, яңы тыуған сабыйҙарҙы тәүге булып ҡулға тотоп, төрлө мәлдәр кисерергә тура килгән уға. Уның иңенә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы тураһында ҡайғыртыу бурысы йөкмәтелгән. Эшенә бар күңелен һалып, яратып башҡарған акушер бөгөн үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәт итә.
–Бала табыу йортонда бергә эшләгән коллегаларым менән берҙәм һәм татыубыҙ. Ошондай коллективта оҙаҡ йылдар эшләгәнгә бик бәхетлемен. Беҙҙең бүлек былтыр республика асыҡ бала табыу йорто исеменә лайыҡ булды, – ти Луиза Юлбарисова.

Намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәте өсөн мәҡәләм геройы бер нисә тапҡыр дауахана һәм район хакимиәтенең Почет грамоталары менән билдәләнә. Юғары квалификация категорияһына эйә.

–Акушер изге күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, иғтибарлылыҡ, итәғәтлелек, сабырлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш. Иң мөһиме – һайлаған һөнәреңде яратырға, йөрәк менән эшләргә кәрәк. Ә инде йәш ҡатын-ҡыҙҙарға теләгем шул: тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, әсәй булһындар, балалар үҫтерһендәр. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың һау-сәләмәт сабыйын ҡулына алып ҡыуаныуын теләйем. Ә инде һау сабый тыуһын өсөн, ҡатын-ҡыҙҙар йәштән үҙ һаулығын һаҡларға тейеш, – тип үҙ теләктәрен дә еткерҙе тәжрибәле акушер.

Бар ғүмерен ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын хәстәрләүгә арнаған юғары профессиональ акушер Луиза Ислам ҡыҙын һәм барлыҡ район дауаханаһы акушерҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 17-се һанында

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас