ЙӘМҒИӘТ
4 Мая , 04:13

Бәләкәй һылыуҡайҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Әминәнең был икенсе ҙур еңеүе. 

Бәләкәй һылыуҡайҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Бәләкәй һылыуҡайҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Бәләкәй һылыуҡайҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Нефтекаманан 6 йәшлек Әминә Мәскәүҙә "Йәш Рәсәй һылыуҡайы" конкурсында Гран-при яулаған! Был уның икенсе ҙур еңеүе.

Бынан алда ул "Ҡазан һылыуҡайы - 2026"-ла Гран-при яулағайны.

Әминә Мусатаева Kidsstar модель мәктәбендә шөғөлләнеүенә бер йыл ғына әле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышлығы иҫ киткес һөҙөмтәләр менән ҡыуандыра.

Конкурста ҡыҙ милли башҡорт кейемендә, киске күлдәктә, шулай уҡ еңел, ял кейемендә сығыш яһай. Барыһын да лайыҡлы үтә.

Ҡотлайбыҙ! Афарин, Әминә!

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас