ЙӘМҒИӘТ
1 Мая , 07:05

-2 градусҡа тиклем һыуыта...

Байрамдарҙа һауа торошо ҡыуандырмай. Ҡасандан йылыта башлар? 

Һауа торошо үҙенең сюрприздары менән ғәжәпләндереүен дауам итә, тик уларҙың барыһы ла күңелле түгел. Ял көндәренең тәүге көндәрендә һауа шарттарының яҡшырыуын көтөргә ярамай. 1 һәм 2 майҙа яуым-төшөм һәм ярайһы уҡ һалҡын буласаҡ.

Майҙың тәүге көнөндә ямғырлы һауа торошо, көслө ел көтөлә. Фараз менән Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәренә таянып, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты уртаҡлашты. Шулай, бөгөн, 1 майҙа, Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә төбәктең төньяҡ-көнбайышында яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ-көнсығышта – ямғырҙар, урыны менән көслө. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана.

Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк, республиканың көньяҡ-көнсығышында 15 метрға тиклем көсәйәсәк. Һауа температураһы төндә -2, +3 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +10, +15 градусҡаса күтәрелә.

2 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һалҡын буласаҡ: +3, +4 градус. Көндөҙ һауа температураһы +12 градустан түбән була.

3 майҙа һауа торошо шатландырасаҡ: аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ термометр бағанаһы +15 градусҡаса күтәрелә. Киләһе көндәр тағы ла йылыраҡ буласаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас